RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Припять ҡалаһындағы фатирҙар кеше йәшәргә яраҡлымы? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

11.04.2016 Припять ҡалаһындағы фатирҙар кеше йәшәргә яраҡлымы? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Билдәле булыуынса, атом станцияһындағы ауыр авариянан һуң, ЧАЭС хеҙмәткәрҙәре йәшәгән эйәрсе ҡала Припять халҡы ситкә күсерелә. Аҙаҡтан махсус командалар биналарҙы, урамдарҙы йыуып, тупраҡ ҡатламын һыҙыра, ләикн былар барыһы лда тейешле һөҙөмтә бирмәй. Бер юлы кеше күрмәгәндә фатирҙарҙы мародерҙар талай.

Биш ҡатлы йорттар әлегә ныҡ тора
Авария мәленә Припятта 180-дән ашыу кеше йәшәгән күп ҡатлы биналар төҙөлгән булған. Улар араһында дөйөм ятаҡтар ҙа бар. Иҫәпкә магазиндарҙы, мәктәптәрҙе, спорт һәм административ биналарҙы, дүрт коттеджды инмәй. Припять халҡы күбеһенсә элекке проект буйынса төҙөлгән 50-нән ашыу биш ҡатлы йортта йәшәгән. Бындай йорттарҙың етешһеҙлектәре күртән билдәле - һыу үткәреү, канализация селтәрҙәре тиҙ иҫкерә, йылылыҡты тотоу һәм тауышҡа ҡаршы тороу сифаттары ла насар. 20-се быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән Припять йорттарының әле 40 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә торошо ҡәнәғәтләнерлек.
Әгәр ҙә фатирҙың тәҙрәләре йорттоң бер яғына ғына сыҡһа был бик насар. Тейешлесә елләтеп булмай һәм стеналарҙан ҡатламлап обойҙар һыҙырыла, штукатурка ҡойола, иҙән, тәҙрә һәм ишек яҡтауҙары серей. Тәҙрә быялалары һаҡланған осраҡта фатир аквариумға әйләнә һәм емереү процессы ла ғәләмәт тиҙ бара.
Биш ҡатлы йорттарҙың ыңғай яҡтары бар. Улар сейсмик талаптарҙа ярашлы төҙөлгән – стеналар яҡшы һәм ышаныслы ҡоролған. Тәҙрәләре бер яҡҡа ғына ҡараған 1-2 бүлмәлеләрҙән айырмалы рәүештә, 3-4 бүлмәлеләрҙең тәҙрәләре йорттоң ике яғына асылған булһа, бындай фатирҙарҙың хәле сағыштырмаса яҡшы. Ни өсөн тигәндә ел үтәнән-үтә һуғып елләтә һәм фатир эсе дым тартмай. Өҫкө ҡаттарҙағы фатирҙар шулай. Уларҙа түбәләрҙән штукатурка, эзбиҙ ҡойолмай, ишек-тәҙрәләрҙе лә ҡурҡмай асырға мөмкин.

Күп ҡатлы йорттар – хәлдәр шәптән түгел
9-12 ҡатлы йорттарҙа фатирҙарҙың торошо бик яҡшы хәлдә. Ҡайһы берәүҙәрендә һаман да мебель ҡалдыҡтары бар – шкафтар, диван-карауаттар, “стенкалар”. Дөйөм әйткәндә, йорттарҙың һаҡланыуында һәм емерелеүендә һыуҙы ситкә сығарыу – ямғыр канализацияһы системаһы хәле ҙур роль уйнай. Әгәр ҙә улар төҙөк хәлдә булһа ямғыр-ҡар һыуы бина ҡыйығында тотҡарланмай, ағып төшә. Миҫал итеп 80-се йылдар башында төҙөлгән йорттар, 16 ҡатлы корпустар, авариянан һуң дөйөм ятаҡ итеп ҡулланылған биналар. Уларҙың подьездары ла төҙөк һәм ҡоро, фатирҙар ҙа яҡшы хәлдә, ҡыйыҡ та тишек түгел. Ә бына ҡалаға ингән ерҙә, КПП-нан һулда урынлашҡан Припяттың иң ҡарт күп фатирлы 9 ҡатлы йорттоң ямғыр канализацияһы юҡ. Бында йыл әйләнәһенә мунсалағы һымаҡ ныҡ дымлы, фатирҙарҙың ағас өлөштәре, иҙәндәр тулыһынса серегән. Был йорт тиҙҙән үҙ ауырлығына емереләсәк.
Ә бына Леся Украинка урамындағы 52-се йорт – 16 ҡатлыҡ “Фудзияма” бик яҡшы торошта. Стеналарҙың эзбизе һәм буяуы ҡупмаған, иҙән-яҡтауҙар ҙа серемәгән.

Емерелеүҙәргә һыу сәбәпле
Күп ҡатлы йорттар панелдәрҙән һәм монолит рәүешендә һалыныуының ҡулайлы булыуы тап Припять өлгөһөндә күренә. Уларҙа бар стеналар, түбә плитәләре бер-береһенә терәк булып тора. Бындай биналар ваҡытҡа бирешә һалып бармай.
Припяттағы емерелеүҙәр биналарҙың дөйөм ныҡлығы юғалыуынан йәки уларҙың иң мөһим терәк элементтарының сафтан сығыуынан килә. Балкондар емерелә, фатирҙарҙа, бүлмәләрҙәге артыҡ дымлылыҡ, ҡышҡы һыуыҡтар арҡаһында фасадтарҙа сатнауҙар барлыҡҡа килә, стена панелдәре ауырлыҡҡа сыҙамай. Айырыуса түбәнге ҡаттарҙың зыян күреүе хәүефле.
2005 йылда тәүге емерелеү теркәлде - 1-се мәктәптең һул яҡ ҡанаты харабаларға әйләнде. 2011 йылда Энтузиастар урамындағы “Китаптар” магазинының ҡыйығы ишелде. Сәбәбе – ямғыр һәм ҡар һыуы йыл әйләнәһенә ҡыйыҡта һәм түшәм плитәләрендә тупланған һәм фасад яғындағы тәҙрә араһындағы кирбестәрҙе ашаған.
Әлеге ваҡытта туристар араһында бик популяр “Аҡ йорт” та киҫкен хәлдә. Ул үҙәк майҙан янында урынлашҡан. Бинаның беренсе ҡатында “Радуга” магазины урынлашҡан. Ямғыр һыуы канализацияһы эшләмәгәс, йорттоң терәге – мөйөштәге 3, 4-се подьездарҙа емерелеү хәлендә. Ямғыр,ҡар һыуы баҫҡыстар буйлап аға, фатирҙарҙа, подвалда туплана, тышҡы стеналарҙағы кирбестәр ҡойола. Тәҙрә төбө генә емерелеү етә – бөтә подьезд ҡойолоп төшәсәк.
Ә бына Курчатов урамы, 5 адресындағы 9 ҡатлы йорттоң техник подвалының стенаһы бер яҡҡа янтайһа ла, дөйөм хәле ҡәнәғәтләндерерлек.

Коттедждарҙың көнө һанаулы
Припять ҡалаһы ҡола яланда күп ҡатлы йорттар төҙөү менән башланған. Бында картуфлыҡлы, баҡсалы, гараж-мунсалы шәхси сектор юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан Огнев урамында дүрт коттедж төҙөлгән. Уларҙың тирә-яғы ағас менән ҡапланып, ысын джунгли барлыҡҡа килгән. Был да артыҡ дымлылыҡҡа килтерә. Огнев урамы радиоактив бысраныуға ла дусар булған – бында уртаса фон 1 миллирентгенға барып етә. Бер йорттон ҡыйығы ҡолаған бағана менән ныҡ зыян күргән. Коттедждар уҙа барһа тағы бер-ике йыл торасаҡ.

Дөйөм әйткәндә Припять ҡалаһындағы биналарҙың 80 проценты әле оҙаҡ ваҡыт торасаҡ. Бары тик ҡыйыҡтарҙы ямарға һәм ямғыр һыуы канализацияһын ҡорорға кәрәк. Артыҡ һыуҙы йыйыу өсөн ҡыйыҡ япмаһындағы ағыҙыу урынына 76-110 диаметрлы торба ҡуйырға һәм уны баҫҡыс аша лифттың машиналар бүлмәһенән тәҙрә аша сығарырға кәрәк. Ямғыр һыуы шуның аша китәсәк һәм бинаны эстән серетмәйәсәк.

Припять ҡалаһындағы фатирҙар кеше йәшәргә яраҡлымы? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Припять ҡалаһындағы фатирҙар кеше йәшәргә яраҡлымы? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Припять ҡалаһындағы фатирҙар кеше йәшәргә яраҡлымы? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне