RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өмөтбайҙар "Буҙа байрамы"на йыйылды

08.04.2016 Өмөтбайҙар "Буҙа байрамы"на йыйылды

Өмөтбайҙар "Буҙа байрамы"на йыйылды
Өмөтбайҙар "Буҙа байрамы"на йыйылдыИке кәмәнең ҡойроғон бер юлы тотоп була икәнен белә инегеҙме? Юҡмы ни? Ә беҙҙә була! Баймаҡ районының Өмөтбай ауылында йәнә лә күркәм сара уҙҙы. 7 апрель көнө ауыл халҡы "Буҙа байрамы"на йыйылды.
Ауыл китапхансыһы Әнүзә Мәжитованың шәп тәҡдимен мәктәп коллективы ла, ауылдаштары ла дәррәү күтәреп алды. Сараның тәүге өлөшөндә милли эсемлеккә дан йырланылһа, икенсе өлөшөндә ауыл халҡы өсөн йәрминкә уҙҙы. Аяҡ аҫты бысраҡ, ер-һыу кипкәс тип тормай, сараға байтаҡ кеше йыйылды.

"Тылсымлы” магазины алдында - ауылдың ҡап уртаһында үтте байрам. Әнүзә Хажиәхмәт ҡыҙы тәүҙә буҙа тураһында әйтемдәр, мәҡәлдәр ишеттерҙе, уның файҙаһы тураһында һөйләне. Унан оло йәштәге инәйҙәр ҡулға-ҡул тотоношоп ҡаҙан эшләп баҫты. Түңәрәк эсендә бәләкәстәр һыу булып өйрөлдө. Китапханасы әйткән йомаҡтарға яуаптар биреп, “Буҙа” әҙерләнеләр. Унан мәктәп уҡыусылары концерт номерҙары күрһәтте. “Буҙа” бейеүен башҡарыусы Лүзиә Мырҙагилдина, Айгизә Ғүмәрова, Гөлнәзирә Суфийәновалар, йыры менән һөйөндөргән Ангелина Әбйәлилова, 2 һәм 4 класс уҡыусылары, һүҙ оҫталары Сания Көмөшбаева, Нәзилә Фәррәхова, Азалия Камаловаларға һәм уларҙы әҙерләгән етәкселәре Гөлсинә Рәис ҡыҙы, Зәлифә Ғәйфулла ҡыҙына байрамды биҙәгәндәре өсөн ауылдаштар исеменән ҙур рәхмәт!
Байрамдың беренсе өлөшөн йомғаҡлап, буҙа эшләп алып сыҡҡан ауылдың уңған хужабикәләрен ҡотланылар. Бына улар: Гөлбикә Көмөшбаева, Рәйсә Рәхмәтуллина, Хәтифә Баһаутдинова, Сәлимә Низамова, Венера Ғүмәрова һәм Нәғимә Ғүмәровалар. Уларҙы үҙенең бүләктәрен тапшырып, “Тылсымлы”магазины хужаһы Алгөл Латыпова ҡотлап үтте. Ошо урында йәш эшҡыуарҙар - Алгөл һәм Марсель Латыповтарҙың үҙҙәренә лә ғаилә именлеге һәм эштәренең уңын теләп үтке килә. Ауыл старостаһы Зиннур Көмөшбаев ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙен еткерҙе.

Икенсе өлөшөндә иһә ауылдаштар йәрминкәлә мәж килде. Берәүҙәр тауарын һатһа, икенселәр һатып алырға ашыҡты. Һатыуға сығарылған әйберҙәр араһында нимә генә юҡ: ҡырҡылған һалма, һөт аҙыҡтары, иләнгән йөн, ойоҡтар, туң сейә, еләк, ҡаҙы… Оҫтабикәләр бешергән тәмлекәстәрҙең күплеге һәм төрлөлөгө… Ә буҙа һатып алыуға ла, тәмләп ҡарауға ла бөтәһенә лә етте. Егермеләгән кеше үҙ әйберен һатыуға тәҡдим итте. Уларҙың иң бәләкәйҙәренә 7 йәш булһа, иң олоһо 8 тиҫтәне ваҡлай. Вәлимә Латыпова, Лира Ғабдуллина, Шәүрә Муллагалиевалар байрамда ҡатнашыусыларҙы самауыр ҡайнатып, тәмле сәй менән һыйланы. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт әйтеп, йәрминкәне инде айына ике тапҡыр үткәреп торорға тип һөйләшеп, таралышты өмөтбайҙар.
Баяғы кәмә ҡойроғона әйләнеп ҡайтҡанда, бөгөнгө көндә балаларҙың, хатта йәштәрҙең буҙа эсеп ҡарау түгел, нимә икәнен белмәгән, күрмәгән быуын үҫеп килә. Был матур сарала ойоштороусылар, инәйҙәр һәм еңгәйҙәр буҙа менән бар халыҡты һыйланы. Уны файҙалы яҡтары тураһында еткерелде. Гөлбикә еңгәй Көмөшбаева әйтеүенсә: “Хәмир эсһәң-аҡылың кәмер, буҙа эсһәң-байлығың артыр!” Эйе, был көндә аҡса эшләп тә һөйөндө инәйҙәр. Йәрминкәләрҙе йышыраҡ үткәргәндә, тәҡдим ителгән тауарҙар тағы ла төрлөләнер, күбәйер, һатыусылар һәм һатып алыусылар ҙа артыр, ә иң мөһиме балалар үҙҙәре хәләл көс менән аҡса эшләргә өйрәнер ине. Сөнки беҙҙең төп бәләбеҙ ошонда, эшләй беләбеҙ, ләкин шуны халыҡҡа еткереп, юҡтан аҡса эшләй белмәйбеҙ. Эш булмағас, аҡса юҡ инде,- тибеҙ. Ошо йәрминкәләр билдәле тәртип менән һәм даими үткәрелгән осраҡта барыбыҙ өсөн дә шәп буласаҡ! Кемдер берәү әйтмешләй-нимәнелер яҡшы эшләйһең икән-бушҡа эшләмә! Шул бөгөн, эшһеҙлек заманында, беҙҙең төп девиз булырға тейештер ул- етеш һәм яҡшы йәшәр өсөн!
Альбина Садыкова
Баймаҡ районы
Ғәзиз Садыков фотолары

Өмөтбайҙар "Буҙа байрамы"на йыйылдыӨмөтбайҙар "Буҙа байрамы"на йыйылды
Өмөтбайҙар "Буҙа байрамы"на йыйылды
Өмөтбайҙар "Буҙа байрамы"на йыйылды
Өмөтбайҙар "Буҙа байрамы"на йыйылды
Өмөтбайҙар "Буҙа байрамы"на йыйылды







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне