RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәүге үлемдәр (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

08.04.2016 Тәүге үлемдәр (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

26 апрель төнө. Сәғәт 2-се ярты тирәһендәге шартлау мәлендә ГЦН төп циркуляция насостарының торошон тикшергән машинист Валерий Ходемчук Чернобылдең тәүге ҡорбаны тип иҫәпләнә. Уны бергә эшләүселәр һәм БЩУ операторҙары эҙләп ҡарай, ләкин емереклектәр, эҫе һыу, ҡайнар пар, радиоактив саң һәм ҡаты гамма-нурланыш быға ирек бирмәй. Ходемчуктың кәүҙәһе 4-се энергоблок аҫтында ҡалған тип иҫәпләнә. Ваҡыт үтеү менән блок эсендәге стенаға Валерий Ходемчуктың портреты менән Хәтер таҡтаһы ҡуйғандар. Мәскәү ҡалаһындағы Митино зыяратында – әйткәндәй тап ошона ЧАЭС-тың тәүге ҡорбандары ерләнгән – 1997 йылда В.И.Ходемчуктың бюсы һәм таҡтаташ урынлаштырылған.
Блоклы идара итеү щитында булыусы операторҙар, инженерҙар тәүҙә албырғап ҡала. Улар кире ҡайтарып булмаҫлыҡ хәлдең – авария булыуын, уның күләмен тәүҙә аңлап етмәй. Өҫтәүенә радиация үлсәүсе дозиметрҙар сафтан сыға, ә булғандары бик көслө нурланышҡа сафтан сыға, йәки шкалалары етмәй (“зашкал”) һәм күләмде теркәй алмай. Бөтәһендә лә тиреләре ҡара янып сыға – ядро эритемаһы барлыҡҡа килә. Тауыштары ултыра, күреү һәләттәре юғала, өҙлөкһөҙ ҡоҫа башлайҙар – былар барыһы ла киҫкен нурланыу ауырыуын күрһәтә.
Ходемчуктан тыш, реакторҙың туҡландырыу узелы (питательный узел) аҫтында дежурлыҡта булыусы оператор Владимир Шашенок ҡайнар парға ныҡ ҡына бешә һәм өҫтөнә ауған емереклектәрҙән умыртҡаһы һына. Ул таңғы 5 тирәһендә Припяттың МСЧ-126 дауаханаһында йән бирә.

Янғын һүндереүселәрҙең тиңһеҙ ҡаһарманлығы
Шартлау булыу менән реакторҙың өлөштәре – графит кирбестәр, уранлы ТВС һәм ТВЭЛ торбалары, идара итеү стержендәре, РЗМ машинаһы, күперле кран, ҡыйыҡ, стенаны хасил иткән тимер-бетон плитә ярсыҡтары тирә-яҡҡа һибелә. Өсөнсө блок ҡыйығы һәм машиналар залы өҫтө яна башлай. Ни өсөндөр АЭС биналаһы ҡыйығына битум йәйелгән булған. Ҡыҙған ядро яғыулығы тәьҫиренән ул гөлт итеп ҡала. Машиналар залы бөтә энергоблоктарға берҙәм булғас, бөтә АЭС-тың ут аҫтында ҡалыу ҡурҡынысы килеп тыуа.

Ваҡиға урынына - төнгө сәғәт 2-се 28 минутта Чернобыль ҡасабаһынан лейтенант Владимир Правиктың, Припяттан лейтенант Виктор Кибеноктың янғын һүндереү ҡарауылдары юл тота. Улар реактор урынында ҡыҙғылт-һары, күгелйем ут күрә. Бынан тыш, машиналар залы өҫтөн дә ялҡын ялмаған була.
Лейтенант Правик тиҙ генә бар хәл-торошто баһалап, бар көстө ут һүндереүгә йүнәлтергә фарман бирә. Кибенок иһә разведкалауҙы үҙ өҫтөнә ала. Әйткәндәй, янғын ҙур бейеклектә сыҡҡан була. 70 метрҙа һәм унан аҫтараҡ һигеҙ урында бик күп урында ҡыйыҡ яныуы теркәлә.
Бер аҙҙан Припять ҡалаһынан ВПЧ-26 начальнигы майор Леонид Телятников килеп етеп, идара итеүҙе үҙ ҡулына ала...
28 кеше - Владимир Правик, Виктор Кибенок, Леонид Телятников, Николай Ващук, Василий Игнатенко, Владимир Тишура, Николай Титенок, Борис Алишаев, Иван Бутрименко, Михаил Головненко, Анатолий Хахаров, Степан Комар, Андрей Король, Михаил Крысько, Виктор Легун, Сергей Легун, Анатолий Найдюк, Николай Нечипоренко, Владимир Палачега, Александр Петровский, Петр Пивоваров, Андрей Половинкин, Владимир Александрович Прищепа, Владимир Прищепа, Николай Руденюк, Григорий Хмель, Иван Шаврей, Леонид Шаврей – үҙҙәренең ҡайҙа барыуҙарын асыҡ аңлап эш иткән. Улар ябай янғын урынына радиация утын һүндерергә тура килгән.
Василий Игнатенконың ҡатыны Людмила хәтерләүенсә:
- «Среди ночи слышу какой-то шум. Выглянула в окно. Он увидел меня: «Закрой форточки и ложись спать. На станции пожар. Я скоро буду». Самого взрыва я не видела. Только пламя. Все, словно светилось... Все небо... Высокое пламя. Копоть. Жар страшный. А его все нет и нет. Копоть от того, что битум горел, крыша станции была залита битумом. Ходили, потом вспоминал, как по смоле. Сбивали пламя. Сбрасывали горящий графит ногами... Уехали они без брезентовых костюмов, как были в одних рубашках, так и уехали. Их не предупредили, их вызвали на обыкновенный пожар...», –

Әйтергә кәрәк, Людмила Игнатенконың кисерештәре белорус яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты Светлана Алексиевичтың «Чернобыльская молитва (хроника будущего) китабында бирелгән. “Монолог жены пожарного” тип атала. Бик ҡыҙғаныс... Ошонда инеп уҡығыҙ
http://katoga.livejournal.com/2743668.html


Янғын һүндереүселәрҙе тиҙ арала Киевҡа оҙаталар. Унан һуң самолет менән Мәскәүгә. Ике аҙна эсендә улар радиациянан тән бешеүҙән һәм киҫкен нурланыш ауырыуынан мәрхүм була. Бөтәһе лә Митино зыяратында ерләнә.
Тәүге үлемдәр (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Тәүге үлемдәр (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Тәүге үлемдәр (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Тәүге үлемдәр (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Тәүге үлемдәр (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Тәүге үлемдәр (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне