RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда... 8 апрель

08.04.2016 Ә беҙҙең ауылда... 8 апрель

Ә беҙҙең ауылда... 8 апрель
Был аҙнала беҙ Архангель, Хәйбулла райондарынан хәбәрҙәр ҡабул иттек.
Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ барҙыр, моғайын – һөйләгеҙ. Беҙҙең менән бәйләнеш мөмкинлектәре киң. Телефон һандары: 8-965-923-20-00. Гәзитебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнештә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Зөһрә БӘШИРОВА, Архангел районы, Максим Горький ауылы:

– Ауылыбыҙҙа башлыса рус кешеләре йәшәһә лә, былтыр ноябрь айында ағинәйҙәр ойошмаһы булдырҙыҡ. Уға “Аҡшишмә” тип исем ҡуштыҡ, етәксебеҙ итеп фельдшер Гөлгөнә Хисмәтуллинаны һайланыҡ. Йәмғеһе – ун кеше. Клубта әле ремонт бара, шуға ла фельдшер-акушерлыҡ пунктының бер бүлмәһендә йыйылабыҙ, мәсеттә лә сара үткәргәнебеҙ булды.
Ойошмабыҙ төрлө осрашыуҙар, айырыуса йәш быуынға фәһем бирерҙәй саралар үткәрә. Күптән түгел яңы тыуған балаға исем ҡушыу тантанаһы ойошторҙоҡ. Күршеләге Убалар ауылында “Йома көн – изге көн” темаһына балалар менән әңгәмә барышында хәҙистәр һөйләнек.
Киләсәктә ауылда яңғыҙ йәшәгән кешеләрҙең хәлен белергә, уларға ярҙам итергә, Еңеү көнөнә концерт әҙерләргә, өмә үткәреп, ауыл шишмәһенең тирә-яғын таҙартып, кәртәләү эшен ойошторорға ниәтләйбеҙ.

Гөлсинә МӘҒӘФҮРОВА, Хәйбулла районы, Юлбарыҫ ауылы:
– Халыҡ-ара балалар китабы көнө айҡанлы һәр китапханала төрлө тәрбиәүи сара үткәрелә. Ғәҙәттә, был мәлде, ҙурлап, “Балалар китабы аҙналығы” тип йөрөтәбеҙ. Беҙҙең ауыл китапханаһында ул “Китапхананың тоғро дуҫтары” темаһы аҫтында үтте. Викторина-уйындар, һүрәттәр конкурсы, видеороликтар, китаптар күргәҙмәһе кеүек саралар ҡаралды. Шулай уҡ иң күп китап уҡыусы балаларҙы дәртләндерҙек.
Халыҡ-ара ҡоштар көнөнә ҡарата “Ҡоштар тураһында иң шәп белеүсе” блиц-викторинаһы үтте. Балалар үҙҙәренең тәбиғәт донъяһын яҡшы белеүен күрһәтте. Бигерәк тә Инсаф Бағышаевтың һәм Даян Таймасовтың яуаптары оҡшаны.
“Иң күп китап уҡыусы” исемен Әҙилә Аҙнабаева һәм Инсаф Бағышаев алды. Ҡыҙ бәләкәйерәк күләмле китаптарҙы уҡыһа, ә бына Инсаф ҡалын повесть-хикәйәләр менән ҡыҙыҡһына. Айзилә Байғужина һәм Даян Таймасов уларҙан әҙерәк кенә ҡалышты. Нурмөхәмәт Байғужин менән Искәндәр Сурин “Донъяны танып беләм” кеүегерәк китаптарҙы ҡыҙығыраҡ күрә. Вилена Вахитованың балалар өсөн сыҡҡан журналдарҙы даими уҡыуын билдәләнек.
Китап һөйөүсе тоғро дуҫтарым байрам аҙағында төрлө приз-тәмлекәстәр алып һөйөнһә, үҙем, китапханасы булараҡ, нәфис әҙәбиәттең бәҫе төшмәүенә, балалар­ҙың китапты яратыуына бик ҡыуандым.

Лира ТАКАЛОВА, Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы:
– Тормош мәшәҡәттәренән бер аҙ арындырып, йәнләндереп, кәйефтәрҙе күтәреп ебәреү, рәхәтләнеп көлөп алыу ниәте менән үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге әүҙем китап уҡыусы хеҙмәт ветерандарын Көлкө көнөнә арналған “Тормош мәҙәктәре” тип аталған кисәгә йыйҙы. Ул театрлаштырылған ҡыҙыҡлы мәрәкәнән башланды.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре байрамдың тарихына байҡау яһаны, тормоштан алынған мәрәкәләрҙе һөйләп, шаян һорауҙар бирҙе, ҡыҙыҡлы уйындар үткәрҙе.
Байрамда ҡатнашыусыларҙың һәр береһе тормошонда булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләп, кәйефте күтәрҙе. Вәсилә Антал, Тәнзилә Ҡыҙрасова апайҙар шаян таҡмаҡтар йырланы. Эльвира Такалова Рәми Ғариповтың “Күркәмлек”, “Ваҡыт”, “Ғәҙәт” тигән ҡыҙыҡлы шиғырҙарын яттан һөйләне.
Тамашасылар шулай уҡ “Көлөп асылһын күңел” исемле китап күргәҙмәһендә күренекле башҡорт сатиригы Марсель Сәлимовтың “Бергәләп көләйек”, “Көлкө тоҡтары”, “Эшем эйәһе”, шулай уҡ яратып уҡыған “Һәнәк” журналының һәм “Башҡортостан” гәзитенең “Мәҙәктәр” рубрикаһы менән танышты.
Барыһы ла кисәнән күңел кәрәҙҙәрен тултырып, күтәренке кәйеф алып, көлөп, ғүмерҙәрен оҙайтып, бергәләшеп “Иркәм” йырын йырлап таралышты.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне