RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Чупакабра, ниһайәт, тотолған

01.04.2016 Чупакабра, ниһайәт, тотолған

Чупакабра, ниһайәт, тотолған Бығаса бер кемгә лә күренмәгән, һын-һыйпаты ниндәй булғанын белдермәгән серле йыртҡыс ҡайҙан килеп сыҡҡандыр, уныһын хәҙер асыҡлап та булмай. Һәр хәлдә, Рәсәйҙә лә, беҙҙең республикала ла кешеләрҙең йорт ҡуяндарын, һарыҡ-кәзәһен тәмләп йөрөүсе чупакабраның (йыртҡысҡа шундай исем бирҙеләр) зыянын иҫәпләгәндәр ҙә, миллион һумдан да ашыуыраҡ һан хасил булған, имеш.
Бөтә донъя билдәһеҙ йәнлектәр ассоциацияһынан бер төркөм тикшеренеүсе тап ошо сумманы чупакабраны тотоусыға бүләккә инселәгән. Хәйер, был хаҡта ишеткәнһегеҙҙер, гәзитебеҙҙең былтыр сыҡҡан 55-се һанында яҙғайныҡ инде.
Чупакабра һунарына туҡталғанда, быйыл февралдә уның Көйөргәҙе яҡтарында булыуын асыҡланылар. Ермолаев ауылындағы бер йортта ҡышҡы ҡыҫҡа төн эсендә 40-лап ҡуян быуылған. Түшкәләре тейелмәгән, ә ҡаны һуңғы тамсығаса эселгән. Вете­ринарҙар бындай “эш”те көҙәнгә йә төлкөгә япһарһа ла, был берәүҙе лә ҡәнәғәтләндермәй. Беҙгә чупакабра кәрәк и бөттө! Һәм, рәхим итегеҙ – то-тол-до!
Үрҙә телгә алған билдәһеҙ йәнлектәр ассоциацияһы бер миллион һумды сумаҙанына һалып, Баш­ҡортостанға юлға сыҡтымы икән? Улар вәғәҙәләрен үтәргә тейеш тә инде. Һеҙҙе йыртҡысты кем тотҡаны ҡыҙыҡһындыралыр. Эксклюзив мәҡәлә “Йәшлек”тең киләһе һандарында һәм “Бәй­ләнештә” селтәрендәге төркөмөбөҙҙә буласаҡ. Әлегә ҡыҫҡаса хәбәр шул: чупакабраны тотоусы ысынлап та ошо йыртҡысты эләктергәненә шикләнмәй, сөнки ул ҡот осҡос ҡиәфәтле, ҡабырғалары беленеп торған ябыҡ, оҙон тырнаҡлы, бәләкәй аҡ ҡойроҡло, кәкре аҙау тешле, бығаса хатта һүрәтен дә күрмәгән бер йән эйәһе, ти.
Һунарсы уны атып та алмаған, ҡапҡанға ла эләктермәгән, ауға ла сырмамаған, һөҙмәгән дә, ағыу ҙа ашатмаған. Ә нисек тотҡан һуң? Танк менән ҡаршы сыҡмағандыр бит? “Юҡ, – тине ул ағай, – әммә һеҙ яҡын килдегеҙ, мин уны тракторҙа китеп барғанда осраттым…” Баяғы ассоциацияға хәбәр иттегеҙме, тигән һорауға ла ыңғай яуап алдыҡ. Әгәр был хайуандың чупакабра икәне асыҡланһа, милләттәшебеҙҙең кеҫәһенә бер миллион һум аҡса инеп ятасаҡ. Шуның бер нисә мең һумына ауылдаш-ҡасабалаштарын “Йәшлек”кә яҙҙырырға ла вәғәҙәләне беҙҙең шәп ағайыбыҙ.
“Еңгәгеҙ түҙмәне, чупакабраны бикләп ҡуйған һарай эсенә фотоаппаратын тотоп килеп инде, ҡыуып сығар­ҙым, мәйтәм, алйот ҡатын, әллә уны фотола сыға тип уйлайһыңмы, бына бит телефонға видеоға төшөрмәксе булдым, бер нәмә лә юҡ, ә телефон 6-сы Айфон! Һарай ныҡ минең, кирбестән ыҫмалалап тороп һалғайныҡ, ҡаса алмаҫ”, – тип тағы бер аҙ мәғлүмәт еткерҙе һүҙгә һаран ағай. Үҙе, “ауыҙым – йоҙаҡта” тип, әлегә башҡа баҫмаларға ла, телевидениеға ла хәбәр итмәйәсәген, интервью бирмәй торасағын аңғартты.
Бына шундай шәп һунар! Нимәһе мөһим – был йыртҡыстың ғаиләһе-фәлән, “туғандары” булмаһын инде ул.

Т. АМАНОВ.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне