RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

11.03.2016 Ә беҙҙең ауылда...

Был аҙнала беҙ Бөрйән, Баймаҡ, Яңауыл райондарынан хәбәрҙәр ҡа бул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ барҙыр, моғайын – һөйләгеҙ. Беҙҙең менән бәйләнеш мөмкинлектәре киң. Телефон һандары: 8-965-923-20-00. Гәзи тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА,
Бөрйән районы, Брәтәк ауылы:
– Брәтәк ауыл мәҙәниәт йортонда Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә
арналған матур байрам булды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тара-
фынан үткәрелгән «Мөғжизәләр яланы» уйыны ауылыбыҙҙың
ир-егеттәренең иҫ киткес матур концерты менән үрелеп
барҙы. Кисә һуңынан залда ултырған барлыҡ әсәләргә тере
ләлә сәскәләре бүләк итеүҙәре күңелдең иң нескә ҡылдарына
ҡағылды! Ошо сараны ойошторған ауыл хакимиәте башлығы
Фәнзил Ғариф улы Йәғәфәровҡа, депутатыбыҙ Ғәни Ғәли
улына һәм барлыҡ аҫыл ирҙәребеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе етке-
рәбеҙ! Беҙҙе ҡәҙерләгән кеүек, үҙегеҙ ҙә ҡәҙер-хөрмәттә
йәшәгеҙ.

Альбина САДИҠОВА,
Баймаҡ районы, Өмөтбай ауылы:
– Өмөтбайҙа урамдар буйынса концерт ҡуйыу матур йолаға
әүерелгән. 6 мартта, концерт-эстафетаны дауам итеп,
Баймырҙа һәм Һаҡмар урамдары ауылдаштарын йыйҙы.
8 Март байрамына арналған концертты Баймырҙа урамынан
Азамат Камалов һәм Марсель Дауытов барлыҡ гүзәл заттарҙы
тәбрикләп асты. Урам халҡының олоһо ла, кесеһе лә кисәне
юғары кимәлдә үткәреү өсөн күп тырышлыҡ һалған. Рәфҡәт
Дауытов менән Ғәзинур Бүләкованың сығышын халыҡ йылы
ҡабул итте. Урамдың оло йәштәге инәйҙәре лә күмәкләшеп
бейеү һалғайны. Ғәйнулла Зәйнуллин, Марсель Дауытов, Вәсилә
Рәхимованың йырҙарын ауылдаштары алҡыштарға күмде.
Балаларҙан Баймырҙа урамы ейәндәре, әле Магнитогорск
ҡалаһында йәшәүсе Гүзәл менән Русландың бейеүен яратып
ҡабул иттеләр. Концертта йыр-бейеү ҙә, нәфис һүҙ ҙә етерлек
булды. Тамашасылар өсөн ауылыбыҙҙағы иң оло инәй, иң бәлә-
кәй ҡыҙ, иң йәш килен, иң бәләкәй уҡыусы ҡыҙ, эшҡыуар ҡатын-
ҡыҙҙар хаҡында һәм башҡа һорауҙар менән викторина үткәрелде.
Һәр урам халҡы концерт аҙағында эстафетаны ойоштороусы
клуб мөдире Әлфиә Сәғәҙәтоваға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен
еткерҙе.

Д. ХӘЙҘӘРШИНА,
Яңауыл ҡалаһы, үҙәк китапхананың төп белгесе:
– Яҙҙың беренсе көнөндә Яңауыл ҡалаһында «Урал батыр»
байрамы үтте. Кисәне муниципаль район хакимиәте, урын-
дағы башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты, башҡорт
ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторҙо. Унда уҡыусылар, башҡорт
теле уҡытыусылары, китапханасылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙә-
ре, йәғни төбәктең рухлы ул-ҡыҙҙары йыйылғайны.
Ҡунаҡтар һәм саҡырылғандар байрам башланыр алдынан
Йәштәр йорто фойеһында күргәҙмәләр – йәш техниктар стан-
цияһы, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто түңәрәктәренә
йөрөүсе балалар ҡулдары менән эшләнгән төрлө әйберҙәр,
картиналар, композициялар, кулинария ризыҡтары, үҙәк
район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән
«Урал батыр» – халыҡтың бай тарихи ҡомартҡыһы» тигән
китап күргәҙмәһе менән танышты.
Яңауыл муниципаль районы хакимиәте башлығы Илшат
Әғзәм улы Вәзиғәтов ялҡынлы телмәре менән залдағыларҙы
йәнләндерҙе.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты
рәйесе Әмир Миңләхмәт улы Ишемғоловтың сығышы ла бик
көслө булды. Уның телмәрендәге һүҙҙәр залда ултырған һәр
кешенең күңеленә барып етте. Ул шулай уҡ Бөтә донъя
башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙа,
йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатнашҡаны, халҡыбыҙҙың тари-
хын, мәҙәниәтен, телен өйрәнеүгә һәм артабан үҫтереүгә ҙур
өлөш индергәне өсөн яңауылдарҙы Маҡтау грамотаһы менән
бүләкләне.
Мәктәптәрҙә йыл да «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү бәйгеһе үтә. Сарала уҡыусылар әүҙем ҡатнаша. Улар әҫәрҙең
йөкмәткеһе менән генә танышып ҡалмай, халыҡ ижадына
ҡарата һөйөү рухында ла тәрбиәләнәләр. Байрамда йәш
сәсәндәрҙең һәр береһе эпостан 30 юлдан торған өҙөк һөйлә-
не. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының төп ғилми хеҙмәткә-
ре, филология фәндәре докторы, «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары
йәмғиәте» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, танылған сәсәниә,
фольклорсы Розалия Әсфәндийәр ҡыҙы Солтангәрәева,
«Ағинәйҙәр ҡоро» йолаһын башҡарып, Яңауылдың өс ҡатын-
ҡыҙын «Ағинәйҙәр ҡоро»на ҡабул итте. Сәсәниәнең һәр әйт-
кән һүҙе бар тамашасының күңеленә нур сәсте.

Альбина САДИҠОВА,
Баймаҡ районы, Өмөтбай ауылы:
– Өмөтбайҙа урамдар буйынса концерт ҡуйыу матур йолаға
әүерелгән. 6 мартта, концерт-эстафетаны дауам итеп,
Баймырҙа һәм Һаҡмар урамдары ауылдаштарын йыйҙы.
8 Март байрамына арналған концертты Баймырҙа урамынан
Азамат Камалов һәм Марсель Дауытов барлыҡ гүзәл заттарҙы
тәбрикләп асты. Урам халҡының олоһо ла, кесеһе лә кисәне
юғары кимәлдә үткәреү өсөн күп тырышлыҡ һалған. Рәфҡәт
Дауытов менән Ғәзинур Бүләкованың сығышын халыҡ йылы
ҡабул итте. Урамдың оло йәштәге инәйҙәре лә күмәкләшеп
бейеү һалғайны. Ғәйнулла Зәйнуллин, Марсель Дауытов, Вәсилә
Рәхимованың йырҙарын ауылдаштары алҡыштарға күмде.
Балаларҙан Баймырҙа урамы ейәндәре, әле Магнитогорск
ҡалаһында йәшәүсе Гүзәл менән Русландың бейеүен яратып
ҡабул иттеләр. Концертта йыр-бейеү ҙә, нәфис һүҙ ҙә етерлек
булды. Тамашасылар өсөн ауылыбыҙҙағы иң оло инәй, иң бәлә-
кәй ҡыҙ, иң йәш килен, иң бәләкәй уҡыусы ҡыҙ, эшҡыуар ҡатын-
ҡыҙҙар хаҡында һәм башҡа һорауҙар менән викторина үткәрелде.
Һәр урам халҡы концерт аҙағында эстафетаны ойоштороусы
клуб мөдире Әлфиә Сәғәҙәтоваға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне