RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Авто һөйөүселәргә ярҙамға

11.01.2016 Авто һөйөүселәргә ярҙамға

Авто һөйөүселәргә ярҙамғаАвто һөйөүселәргә ярҙамғаҒинуар айы башында Ырымбур өлкәһендә булған күңелһеҙ хәл бар Рәсәйҙе тетрәтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ - бында тиҫтәләгән автомобиль буранға эләгеп, ҡар аҫтында ҡалды. Һөҙөмтәлә, бер кеше туңып үлде, күптәре һыуыҡ тейеүҙән зыян күрҙе.

Осраҡлымы был әллә фажиғәне иҫкәртеп булдымы? Ни тиһәң дә водителдәрҙе буран мәлендә юлға сығырға бер кем дә көсләмәгән, артынан баҫтырмаған. Үҙенең автомобиленә үҙе хужа булған кеше алдында янғын, ер тетрәү, һуғыш урынынан ҡасыу кеүек ғүмерҙе хәүеф аҫтына ҡуйған ғәҙәттән тыш хәл килеп баҫмаған бит. Ырымбур фажиғәһе йәмғиәтебеҙҙәге ҡулланыусылар быуыны - "потребительское поколение" үҫешеп етеүен күрһәтте, автомобилселәрҙең аңһыҙ автомобиль эйәләренә әйләнгәнен күрһәтте.

Оло йәштәге кешеләрҙе, ауырлы ҡатындарҙы, балаларҙы тейәп, буран ҡупҡан, ҡар яуған мәлдә юлға сығыусылар нимә тураһында уйланы икән?!!! Элементар хәүефһеҙлек һәм һаҡланыу булырға тейеш. Водителдәр МЧС-ты һәм полицияны ярҙам күрһәтмәүҙә ғәйепләй. Бар ғәйеп - үҙҙәрендә!

Павел Гусев исемле ир үҙенең аңһыҙлығы менән бар Рәсәйгә танылды. Ул ҡар тотҡононан ҡотолғас, иң беренсе ил Президенты Владимиир Путинға видео аша мөрәжәғәт яһап, МЧС-фәләнде эшһеҙлектә ғәйепләне. Ошолай итеп ялыу яҙғансы, видео төшөргәнсе, ул ир һәм башҡалар машиналарында тере ҡалыу өсөн кәрәкле әйберҙәр менән йыһаҙландырһын ине. Видеоларҙа күренеүенсә һәр машинала алғы тәҙрәлә ҡорған, яҡшы магнитола тороуы күренә. Шул юҡ-бар әйҙерҙәр урынына ғүмерҙе һаҡлау ҡалған әйберҙәр ҡуйылһа яҡшыраҡ булыр ине. Юлға сығыр алынан һауа торошо прогнозын тикшереү, МЧС-тың тәбиғәткә, уның стихиялаы ғәрәсәттәренә ҡаршы тора алмағанлығын күҙалларға ла кәрәк.

Ҡышҡыһын юлға сығыр алынан автомобилдә бына нимәләр булырға тейеш:
• насос;
• запас тәгәрмәс;
• баллон асҡысы;
• домкрат (ябай домкартты аҫтан килтерелмәле - подкатной домкратҡа алмаштырығыҙ. Ул уңайлыраҡ);
• буксир элмәге;
• буксир тросы (тимерсымлы трос яҡшы. Ауыр машинаға каротаж тросы шәп буласаҡ. Уның остарын ырғаҡлы һәм коушлы булырға тейеш)
• канистра;
• стробоскоп - йымылдаусы режимлы фонарь;
• "прикуривание" өсөн сымдар йыйылмаһы;
• ҡар көрәй алырлыҡ киң көрәк,
• балта һәм ножовка бысҡы;
• бер нисә ҡап шырпы, мини-мейес, котелок йәки биҙрә. Әйткәндәй, ҡалай тимерҙән яһалған туристик мейес һәм унда янған ҡоро спирт салонды йылыта ала;
• бардачокта бер нисә пачка шоколад, пакетлы аш йәки вермишель, берәй ярты араҡы йәки самогон йөрөһөн;
• Шәл йәки плед, быйма, йөн ойоҡ һәм бейәләйҙәр;
• машинала йоҡлау тоғы - спальный мешок ятһын. Запас кеҫәне тишмәй










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне