RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Баш ҡалалағы ҙур йыйынға бәйле һорауҙарға яуаптар

13.06.2015 Баш ҡалалағы ҙур йыйынға бәйле һорауҙарға яуаптар

Ҡунаҡтарға ҡала буйлап сәйәхәт ойоштороламы?

Баш ҡалалағы ҙур йыйынға бәйле һорауҙарға яуаптарРеспубликаның туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты махсус автобус маршруты әҙерләгән.
Ул түбәндәге урындарҙан үтә: Ленин исемендәге майҙан – Октябрь проспекты – СССР-ҙың 50 йыллығы урамы – Урман техникумы урамы – Менделеев урамы (ипподром эргәһендә туҡталыш) – ВДНХ (туҡталыш) – Сәғит Агиш урамы – Салауат Юлаев проспекты (мәсет эргәһендә туҡталыш) – Зәки Вәлиди урамы – Дуҫлыҡ монументы (туҡталыш) – Октябрь революцияһы урамы – Яңы күпер урамы – Сергей Аксаков баҡсаһы (туҡталыш) – Туҡай урамы (мәсет янында туҡталыш) – Салауат Юлаев баҡсаһы (туҡталыш) – Туҡай урамы – Совет урамы – Зәки Вәлиди урамы – Салауат Юлаев майҙаны (туҡталыш) – Зәки Вәлиди урамы – Карл Маркс урамы – Пушкин урамы – Ленин урамы (опера һәм балет театрында туҡталыш) – Революцион урам – Мостай Кәрим урамы (туҡталыш) – Киров урамы (икенсе вариант – Коммунистик урам – Карл Маркс урамы – Киров урамы) – Цюрупа урамы – Октябрҙең 50 йыллығы урамы (граждандар һуғышы һәм революция батырҙары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдә туҡталыш) – Октябрь проспекты.

Саммиттарҙа нимә булғанын нисек күрергә мөмкин?

Йыйын саралары менән үҙәк телевидениеның яңылыҡтар программаларында, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “тура эфир”ҙа танышырға була. Шулай уҡ “Рәсәй 24” федераль каналы ла Өфөнән тура репортаж күрһәтәсәк.
Конгресс-холл бинаһына, Салауат майҙанына килеп, үҙ күҙҙәрегеҙ менән ҡарау, үкенескә күрә, мөмкин түгел. Халыҡ-ара ҡағиҙәләргә ярашлы, ил башлыҡтары хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, улар ҡатнашлығындағы саралар ябыҡ тәртиптә үтә һәм ҡатнашыусылар махсус рөхсәт менән генә индерелә.

Велосипедсыларға ла юлдар ябыласаҡмы?

Юҡ, юлдар бөтөнләй ябыла, тип үк әйтергә ярамай. Әммә махсус хеҙмәттәр саммит саралары барған урынды урап үтергә тәҡдим итәсәк, йәғни Конгресс-холл яғына 5 июлдән 10-на тиклем Зәки Вәлиди, Ғафури, Пушкин урамдарынан йөрөмәүегеҙ хәйерле.

Саммит көндәрендә кешенең паспорты тикшереләсәкме?

Тикшерелмәйәсәк. Конгресс-холға яҡын йәшәүселәр өйҙәренә ғәҙәти рәүештә ҡайтып йөрөй аласаҡ. Шулай ҙа Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа инструктаж үткәреп, саммит көндәрендә тәртип ҡағиҙәләре менән таныштырасаҡ, “ҡыҙыл линия”ла халыҡ иҫәбе лә алынасаҡ.

Сара көндәрендә Өфөлә ҡалырғамы әллә китергәме?

Был һорау буйынса берҙәм генә кәңәш юҡ. Бер яҡтан, саммит ваҡытында, бәлки, эш менән өй араһындағы юлығыҙҙа тотҡарлыҡтар булыр. Икенсенән, юлдар тотош ябып ҡуйылмаясаҡ. Әлеге мәлдә ҡала халҡына уңайһыҙлыҡтарҙы мөмкин тиклем кәметеү яғын хәстәрләйҙәр. Урам автобустары, “Тиҙ ярҙам”, янғын һүндереү машиналары ғәҙәти тәртиптә эшләйәсәк. Саммит саралары ҡаланың үҙәк өлөшөндә була, ҡалған яҡтарында хәрәкәт өсөн бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ һиҙелмәҫ.

Саммиттарға әҙерлек барышында ниндәй инвестиция проекттары барлыҡҡа килде?

Ундай проекттар байтаҡ.
– Республикала йылына 300 мең тонна металл етештереү ҡеүәте менән ҡорос прокатлау (сталепрокатный) заводы төҙөү. “Ишембай ҡоросо” предприятиеһы менән Ҡытайҙың Цяо Лян проект институты араһында һөйләшеүҙәр тамамланды.
– «Синогидро Корпорэйшн» компанияһы (Ҡытай) беҙҙә индустриаль парк төҙөүҙә ҡатнашырға теләк белдерҙе.
– «Чжонгэ Импорт Экспорт Трэйд» компанияһы (Ҡытай) ҡунаҡхана комплексы менән бергә сауҙа-логистик үҙәк төҙөүҙе күҙаллай.
– «Хайчэн Нефтемаш» компанияһы (Ҡытай) менән нефть һәм газ ҡорамалдары етештереүсе предприятие төҙөү хаҡында һөйләшеүҙәр бара.
– Башҡорт-ҡытай махсуслаштырылған фәнни-техник хеҙмәттәшлек һәм технологияларҙы коммерциялаштырыу буйынса инжиниринг үҙәге төҙөү хаҡында ла тәҡдимдәр бар.
– Стәрлетамаҡта төҙөләсәк тәбиғи газға компрессор етештереү предприятиеһы өсөн дә инвестиция йәлеп ителгән.
– Ҡытайға суммаһы өс миллиард һумға торошло башҡорт балы һатыу ғәмәлгә ашырыла башланы.

Саммиттарҙан Башҡортостан һәм Өфө халҡы ниндәй файҙа күрәсәк?

Әлбиттә, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр етерлек. Ҡунаҡ ҡаршылағанда һәр хужа нисек әҙерләнгәнен беләһегеҙҙер? Өфө лә шулай матурланды, төҙөкләнде.
“Өфө” халыҡ-ара аэропорты ҡасан яңыртылыр ҙа, илдә иң яҡшылар иҫәбенә инер ине? Ә әле ул “Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары” милли премияһының икенсе урынын яулаған.
Нестеров исемендәге художество музейында хәҙер заманса фонд һаҡлау урыны эшләй, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында техник яңыртылған сәхнә, элекке “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы үҙгәртелеп, “Башҡортостан” концерт залы барлыҡҡа килде. Өфөлә 20 парк һәм скверҙа, 2017 предприятие фасадында, 223 ихатала, 1809 инженер һәм 52 транспорт инфраструктураһында, 289 киоск һәм павильонда, 338 бина алдында – барлығы 5011 объектта эштәр бара. Светофорҙар, урам яҡтыртҡыстары яңыртыла, яр буйҙары төҙөкләндерелә.
Хәҙер баш ҡалала донъя кимәлендәге яңы ете отель-ҡунаҡхана бар. Халыҡ-ара осрашыуҙар уҙғарыр өсөн уңайлы майҙансыҡ – Конгресс-холл да заман талаптарына яуап бирә. Бөтәһе лә – халыҡ өсөн.

ШОС-БРИКС офис-төркөмө сайтынан (ufa2015. ru) А. АҠБУЛАТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне