«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ә беҙҙең ауылда...



17.10.2014 Ә беҙҙең ауылда...

Ғәмбәрә ШӘРӘФЕТДИНОВА, Әбйәлил районының Оло Ғәбдин ауылы:
– Көҙгө эштәрҙең гөрләп торған сағы. Халыҡ йорт-ҡураһын төҙөкләндереп, ҡышҡа әҙерләнә, йәй тир түгеп үҫтергән уңышты йыя. Бәләкәй генә ауылыбыҙҙа йәш ғаиләләрҙең йорт һалып сығыуын күҙәтеүе ҡыуаныслы. Әлеге көндә тағы бер яңылығыбыҙ бар – ауыл халҡы үҙ көсө менән мәсет һалырға теләй. Ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр булһа, тик шат ҡына булыр инек.

Фәниә ЛОҠМАНОВА, Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы:
– Беҙҙә оло йәштәге кешеләргә иғтибар ҙур. Әле ауылыбыҙҙа 90 йәшлек Нәзифә Хәкимова, 85 йәшлек Мария Моратшина, Мәрфуға Хәмитова, 80 йәшлек Хәшиә Ғиниәтова, Фәхрикамал Кирамова, 75 йәшлек Әхтәм Бикйәнов, Сәкинә Бакирова гөрләтеп донъя көтөп йәшәй. Иманлы, аҡыллы, тәрбиәле булыуҙары менән йәштәргә үрнәк күрһәтәләр. Әле күптән түгел үткән Ҡорбан байрамында ололарҙы йыйып, байрам ойошторҙоҡ. Ауылыбыҙ уҙаманы Ҡотдос Ғәзизов ҡорбан ите менән һыйланы, Илнур Манапов, Сулпан Иҫәнғолова һәм башҡа эшҡыуарҙар аҡсалата ярҙам күрһәтте. Балалар концерт ҡуйҙы, пенсионерҙар үҙҙәре лә рәхәтләнеп бейене, йырланы.
Ғөмүмән, ауылыбыҙҙа матур кешеләр ғүмер итә. Йәштәр гөрләтеп донъя көтә. Үҙем йәшәгән Буҙыҡай урамын ғына миҫалға алғанда ла, эсеп, донъя болартып йөрөгән ир-ат юҡ. Барыһы ла эш менән мәшғүл, сәмләнеп йәшәй.

Рәмилә ХӘКИМОВА, Ишембай районының Исәкәй ауылы:
– Ауылыбыҙ юлһыҙ ерҙә ята. Автобус йөрөмәй, газ да үтмәгән. Оптималләштәреү һөҙөмтәһендә мәктәп ябылды, балалар күрше Маҡар урта мәктәбенә йөрөп уҡый. Быға тиклем донъя менән радио, телевидение, стационар телефон аша ғына бәйләнешкә сыға инек. Ҡыуанысҡа күрә, ауылдашыбыҙ Ришат Зөлмөхәмәтов ауылға цифрлы кабель интернеты үткәреү менән шөғөлләнә башланы. Уның ярҙамында интернет селтәренә сығыу мөмкинлеге генә килеп тыуманы, хәҙер «зәңгәр экран» аша 150 канал ҡарай алабыҙ. Мин, элекке уҡытыусы булараҡ, төрлө яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынып барам. Ришат – ярҙамсыл кеше, аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа, тиҙ генә килеп етеп, ярҙам итә, өйрәтә. Уға ҙур рәхмәт!

Был аҙнала дежур телефонға Әбйәлил районынан шылтыратыуҙар йыш булды. Шулай уҡ Ишембай яҡтарынан да хәбәрҙәр килеп етте. Ә һеҙҙең ауылда ниндәй яңылыҡтар бар? Шылтыратығыҙ!
«Йәшлек»тең дежур телефоны –
8-965-923-20-00.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға