«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Республика йәштәре фекер алышты



27.11.2010 Республика йәштәре фекер алышты

Республика йәштәре фекер алыштыБашҡортостандың йәмәғәт берләшмәләре барлыҡҡа килеүҙең 90 йыллығына арналған Республика йәштәре форумында муниципаль райондарҙа һәм ҡалаларҙа Республика йәштәре хәрәкәтенә йомғаҡ яһалды.
«БР демократик йәштәр союзы – Рәсәй Йәштәр союзының йәштәр ойошмаһы», «Башҡортостан пионеры», «Бергә», «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Йәш гвардияһы», «Студент отрядтары штабы», студенттарҙың «Айсек-Өфө», Рәсәй скауттары ойошмаһының БР бүлеге, «Йәштәрҙең граждандар мәғрифәтселек союзы», «Башҡортостандың мәҙәни мираҫы» ойошмалары вәкилдәре йәштәр һәм балалар хәрәкәтен үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм киләһе йылға үҫеш тенденцияһын билдәләне.
Форумда балалар һәм йәштәр хәрәкәтен үҫтереүгә күп көс һалған активистарға һәм йәштәр ойошмаларының 90 йыллығы айҡанлы Маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары, муниципаль район һәм ҡала хакимиәттәренә күсмә кубоктар тапшырылды. Республика йәштәр хәрәкәтенең иң яҡшы координацион советтары ла бүләкһеҙ ҡалманы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға