«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ә беҙҙең ауылда...



25.07.2014 Ә беҙҙең ауылда...

Ә беҙҙең ауылда...Сафия ХӘЛӘФЕТДИНОВА, Хәйбулла райо­нының Иҫәнгилде ауылы:
– Беҙҙең ауылда 2 – 3 августа “Шәжәрә байрамы” үткәрелә. Әлеге мәлдә бөтә ауыл менән шул сараға әҙерләнәбеҙ. Кемдәрҙер ҡапҡаларын, өй ҡыйыҡтарын яңырта, кемдәрҙер буяу эштәре менән булыша. Ситтә йәшәгән ауылдаштарға саҡырыу ҡағыҙҙары ебәрелде. Һәр хужалыҡ, алыҫ яҡтарҙа йөрөгән туған-тыумасаһы ҡайтыуға ит булһын тип, мал һимертә. Ауыл мәҙәниәт йортонда көн дә репетициялар булып тора. Бейеүҙәр һалына, йырҙар әҙерләнә. Мин етәкләгән “Иҫәнгилде” фольклор ансамбле ағзалары менән яңы таҡмаҡтар өйрәнәбеҙ. Байрам матур үтһен өсөн һәр кем үҙ көсөн һала.

Рәзилә ҒҮМӘРОВА, Мәләүез районының Шәрип ауылы:
– Көн торошоноң насарайыуы ауыл хужалығы эштәрен тулыһынса тотҡарланы. Бесән йыйыу ҙа, ураҡ урыу ҙа туҡтап тора. Хужалыҡта ремонт эштәрен дә эшләп булмай. Беҙҙең ауылдан ҡайһы бер студент ҡыҙҙар каникул ваҡытында аҡса эшләү маҡсатында Мәләүез һыра заводының газлы һыу етештереү цехына эшкә урынлашҡайны. Әле әйтеүҙәренсә, уларҙың бишеһен бер юлы эштән бушатҡандар. Көндәр һыуыҡ булғас, һыу һатып алыусы юҡ. Ә һатып алыусы булмағас, етештереү ҙә кәрәкмәй бит инде. Көн торошо кеүек, кәйефтәр ҙә болоҡһоу әлегә беҙҙә.

Светлана ШӘЙҘУЛЛИНА, Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылы:
– Быйылғы йәй бал ҡорттары өсөн ауыр килде. Бал йыйыр мәл еткәйне, көндәр һыуытты, ямғыр яуҙы. Айырыуса йүкә сәскә атҡан ваҡытта. Үҙҙәренә ҡышлыҡ ҡына булһа ла бал йыя алһалар ярай ине, тип бошонам. Ә синоптиктар көндәрҙең яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә өмөтләндермәй әле. Бал мул булғанда, үҙебеҙҙән артҡанын һатып, бер аҙ өҫтәмә килем ала инек. Балалар уҡырға барған саҡта бик килешер ине лә, быйылға юҡ инде (оло ҡыҙым – училищеның һуңғы курсына, кесе ҡыҙым 6-сы класҡа уҡыр­ға бара). Яңы балдан уңыш көтөлмәгәс, былтырғы балға хаҡтар ныҡ артты. Кемдәр һатып бөтмәгән, улар табыш аласаҡ.


Был аҙнала үҙҙәренең яңылыҡтары менән Хәйбулла, Мәләүез, Дүртөйлө райондарында йәшәүсе гәзит уҡыу­сыларыбыҙ уртаҡлашты.
Дуҫтар, һеҙҙең яҡтарҙа ниндәй хәлдәр бар? Нимә борсой, нимә ҡыуандыра? Һөйләр һүҙҙәрегеҙ булһа, редакцияға шылтыратығыҙ. Дежур телефон һандары – 8-965-923-20-00.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға