«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡартлығы бәхетле



11.07.2014 Ҡартлығы бәхетле

Ҡартлығы бәхетлеӘбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылынан Фәриҙә Әхмәтйән ҡыҙы Өмөтбаева, Темәс педучилищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын 1942 йылда Баҡырүҙәктә башлай. Илдә һуғыш, етешһеҙ тормош, ҡатмарлы замана булһа ла, белемгә ынтылыш тормош ауырлыҡтарынан өҫтөн була. Ситтән тороп Магнитогорск уҡытыусылар институтының тарих факультетына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. Алты бала араһында икенсеһе булғанлыҡтан, етмәһә, ағаһы һуғышҡа, атаһы хеҙмәт армияһына китеү сәбәпле, уның иңенә кесе туғандарын тәрбиәләшеү бурысы ята. Мәктәптә балалар уҡытыуҙан тыш, ҡыҙ әсәһенең төп терәге була.

Фәриҙә апай Хәлилдә, Асҡар балалар йортонда, Әлмөхәмәттә эшләй. Ә 1965 йылда Ярлыҡапҡа ике балаһы менән эшкә килгәнендә, тол ҡалып, ете баланы яңғыҙы тәрбиәләгән уҡытыусы Шакир Илһамовты осрата. Ипле, шул уҡ ваҡытта шаян да Шакир Әҡсән улы Фәриҙә Әхмәтйән ҡыҙының күңелен яулай. Улар өйләнешеп, Гөлнара исемле ҡыҙға ғүмер бирә. 1968 йылда, тирә-яҡ ауыл уҡыусыларына йөрөп уҡырға уңайлы булһын өсөн, мәктәп Тал Ҡусҡа­рына күсерелә, Шакир Әҡсән улы менән Фәриҙә Әхмәтйән ҡыҙы ла уҡытыусылыҡ эшен яңы урында дауам итә.

Талапсан, үҙ эшенә етди ҡараған уҡытыусы тарих, биология, география фәндәренән уҡыусыларға төплө белем биреүгә өлгәшә. Уның тынғыһыҙ хеҙмәте күп һанлы Почет грамотаһы, Маҡтау ҡағыҙы менән баһаланған.

Фәриҙә Өмөтбаева хәҙер ике йылдан ашыу Асҡарҙа ҡыҙы Гөл­нара, кейәүе Баязит Ғиниәтов­тар ғаиләһендә ҡәҙерле ҡартлыҡ кисерә.

– Яҡшы мөнәсәбәт, өйҙә бөтә уңайлыҡтар бар, ейәндәрем өҙөлөп тора, ҡыҙым менән кейәүем ҡыуандырып эшләп йөрөй, башҡа балаларым да хәлемде белешеп тора. Аллаға шөкөр, ҡартлығым бәхетле, – ти, шатлығы менән уртаҡлашып, Фәриҙә инәй.

Ошо көндәрҙә 90 йәшлек оло юбилейын билдәләүсе педагогик хеҙмәт ветеранын район советы секретары Б. Исламбаев, мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Л. Сәғәҙиева, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Солтанова, «Берҙәм Рәсәй»ҙең урындағы етәксеһе Ә. Илһамов ҡотланы, гөлләмәләр, бүләктәр менән бергә изге теләктәрен еткереп, сәләмәтлек теләне.

Зөлфиә ЗАҺИТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға