«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



21.03.2014 Өс һөйләм менән

Республикала “Ауыл табибы” программаһы буйынса 50 табип 1-шәр миллион һум аҡса аласаҡ. Бының өсөн федераль үҙәктән һәм республика ҡаҙнаһынан 25-әр миллион һум аҡса бүленгән. Былтыр был программа өсөн 547 миллион һум бүленһә, быйыл күрһәткес ҡырҡа кәмегән, баҡһаң, медиктарҙың кү­беһе ауылдағы хеҙмәттә перспектива күрмәй.


М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейына биш ҡатлы төкәтмә ағымдағы йылдың октябрендә файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Яңы бинаның майҙаны 4500 кв. метр, бында экспозициянан тыш, фондты һаҡлау һәм реставрациялау залдары буласаҡ һәм музей хакимиәте урынлашасаҡ. Ҡала мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ШОС һәм БРИКС саммиттары уҙғарылған ваҡытта музейҙа төрлө мәҙәни саралар ойоштороласаҡ.

“Роспотребнадзор” Левитан урамында урынлашҡан “Япошка-Өфө” ресторанын япҡан. Клиент­тарҙың зарланыуы буйынса уҙғарылған тикшереү был туҡланыу предприятиеһында санитар нормаларҙың бөтөнләй күҙәтелмәүен асыҡлаған. Барлыҡ хеҙмәт бер залдан торған производство цехында үтәлгән, ә хеҙмәткәрҙәрендә төрлө вирустар табылған, етәкселеккә ҡарата енәйәт эше асылған.

Төбәктә уйын бизнесына ҡаршы яңы йәмәғәт ойошмаһы барлыҡҡа килде. Күбеһенсә студенттарҙан һәм йәштәрҙән торған ойошмала һәр кемдең тиерлек туғаны, дуҫы йәки танышы ҡомарлы уйындарҙан зыян күргән. Активистар теге йәки был ҡалаларҙа йәшерен уйын залдарын асыҡлай һәм полицияға хәбәр итә, был төркөм хоҡуҡ һаҡсыларына бик күп йәшерен клубты ябырға ярҙам иткән.

Белорет районында “Ағиҙел оҫталары” тип аталған халыҡ һөнәр­ҙәре һәм милли аш-һыу фестивале уҙасаҡ. Мәҙәниәт йылына арналған сарала һәр ауыл үҙенең командаһын төҙөп ҡатнаша, ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй. Ойоштороусылар – Белорет районы мәҙәниәт бүлеге һәм телевидениеһы вәғәҙәләүенсә, төп приз – еңеүсе ауыл һәм уның халҡы тураһында документаль фильм төшөрөү.

Л. ҺИҘИӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға