«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Берҙәм Рәсәй”ҙә – яңы етәксе



14.03.2014 “Берҙәм Рәсәй”ҙә – яңы етәксе

“Берҙәм Рәсәй”ҙә – яңы етәксе“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе булып торған Альберт Мифтаховты ғинуарҙа БР Президенты Хакимиәтенә эшкә тәғәйенләгәс, бүлексәгә яңы етәксе кәрәк булды. Партияның Ге­нераль советы Президиумы ҡарары менән был вазифаға Рәмзил Ишһарин раҫланды.
Стәрлебаш районы егете, мил­ләттәшебеҙ Рәмзил Ишһарин “Берҙәм Рәсәй”ҙә 2005 йылдан ағза булып тора, бер нисә йыл йәштәр менән эшләү бу­йынса баш белгес вазифаһын баш­ҡарған, етәксе урын­баҫары, агитация-пропаганда бү­леге начальнигы булып эшләгән. Әле­ге юғары вазифаға тәғәйенләнгәнсе, партия төҙөлөшө бүлеген етәкләгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға