«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Урал” хәйриә фонды рәйесе Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 80 йәше тулыу уңайынан ҡотлау



07.02.2014 “Урал” хәйриә фонды рәйесе Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 80 йәше тулыу уңайынан ҡотлау

Хөрмәтле
Мортаза Ғөбәйҙулла улы!


Һеҙҙең иңдә – лайыҡлы һөнәри һәм тормош юлы. Хеҙмәт һөйөүсәнлегегеҙ һәм маҡсатҡа ынтылышығыҙ арҡаһында Һеҙ, хеҙмәт юлығыҙҙы Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып башлап, ошо ҙур предприятиеның директорына тиклем үҫкәнһегеҙ. Һеҙҙең лидерлыҡ һәләтегеҙ Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Рәйесе, аҙаҡ Башҡортостандың беренсе Президенты вазифаһында айырыуса асыҡ сағылды.
Ҡатмарлы һынылышлы йылдарҙа Һеҙ күп социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса Башҡортостандың позицияһын алдынғы төбәктәр исемлегендә нығыта һәм федераль үҙәк менән конструктив мөнәсәбәт булдыра алдығыҙ. Респуб­ликала милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыу өсөн күп нәмә эшләнегеҙ. Үҙегеҙҙең күп йыллыҡ дәүләт һәм ижтимағи эшмәкәрлегегеҙ менән Башҡортостанда һәм унан ситтә лә хөрмәт ҡаҙандығыҙ. Һеҙҙең һөнәри ҡаҙаныштарығыҙ күп награда, исем менән билдәләнгән. Беҙ Һеҙҙең тыуған Башҡортос­таныбыҙҙың ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә индергән тос өлөштө юғары баһалайбыҙ.
Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, әүҙем оҙон ғүмер, именлек һәм тыныслыҡ, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!

Башҡортостан Президенты
Рөстәм ХӘМИТОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға