«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Юбилейығыҙ менән, Мортаза Ғөбәйҙуллович!



07.02.2014 Юбилейығыҙ менән, Мортаза Ғөбәйҙуллович!

Юбилейығыҙ менән, Мортаза Ғөбәйҙуллович!Өс әйбер тураһында әйтеп китеү урынлы булыр — ваҡыт, әйткән һүҙ һәм мөмкинлек. Һәр әйберҙе кире ҡайтарып була: бурысты, изгелекте, хатта һынған ағзаны ла ҡабаттан ялғап була, тик уҙған ваҡытты ғына бер ҡасан да ҡайтарып булмай. Шулай уҡ, әйткән һүҙ — атҡан уҡ, ни ҡылһаң да, ауыҙҙан сыҡҡан һүҙҙе кире индереп булмай. Һәм инде мөмкинлек. Бер мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырһаң, ул һиңә кире әйләнеп ҡайтмаясаҡ. Ә һеҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы, кәрәкле ваҡытта тейешле һүҙҙегеҙҙе әйтеп, мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмай, халҡығыҙға арымай-талмай уңышлы хеҙмәт иттегеҙ. Бөгөн дә республика мәнфәғәтенә оло эштәр башҡараһығыҙ.

Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы! Тыуған еренә, ғәзиз халҡына тәрән һөйөү һәм ярҙамсыллыҡ — Һеҙҙең булмышығыҙ, Һеҙ етәкселек иткән йылдарға боролоп ҡараған һайын, башҡарған изгелектәрегеҙ, оло аҡыл менән алып барған сәйәсәтегеҙ күҙ алдына килә. Һеҙҙең иғтибар һәм хәстәрлек беҙҙең коллективты ла урап үтмәне — сит тупһаларҙа көн иткән бер төркөм журналисыбыҙ “Үҙ йортом” программаһы буйынса йортло булды. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!

Абруйлы юбилейығыҙҙа һәр саҡ ҡоростай ныҡ, сәләмәт булыуығыҙҙы теләйбеҙ, Хоҙай йән тыныслығынан айырмаһын, туған халҡығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың, коллегаларығыҙҙың һәм дуҫтарығыҙҙың хөрмәтенә күмелеп, таяныс булып, тағы оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын!

“Йәшлек”тәр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға