«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Баш ҡала районы башлығы – ҡатын-ҡыҙ



28.01.2014 Баш ҡала районы башлығы – ҡатын-ҡыҙ

Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығы итеп Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы Альбина Йосопова тәғәйенләнде.
Альбина Сәғит ҡыҙы Йосопова Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетында – инженер-иҡтисадсы һәм БР Президенты ҡарамағындағы Баш­ҡор­тостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында юрист һөнәрҙәрен үҙләштерә.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Прогресс» производство берекмәһендә иҡтисадсы булып башлай. 1994 йылдан – Ленин районы хакимиәтенең иҡтисад бүлеге мөдире, һуңынан район хакимиәте башлығы урынбаҫары була.
2001 йылда Альбина Йосопова Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны әлегә тиклем биләй.

Әйткәндәй
Ҡатын-ҡыҙҙар юғары вазифаларҙа, парламентта йыш күренә башланы. БР Хөкүмәте вице-премьеры Лилиә Ғүмә­рова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Эльвира Айытҡолова, Зөһрә Исмәғилева, Йомабикә Ильясова һ.б. телгә алырға мөмкин. Ҡоролтайҙа улар барлығы 15 кеше, ә бығаса саҡырылышта бишәү булғандар. Гүзәл заттарҙың етәкселеккә әүҙем килеүе бөтә донъяға хас.
Совет Башҡортостанында ла район-ҡала партия комитеттарының беренсе секре­тар­ҙары араһында ҡатын-ҡыҙҙар булған. Мәҫәлән, Фәүзиә Әбүбакирова (Федо­ровка районы, 1961 – 1976 йылдарҙа), Рабиға Хәбибуллина (Туймазы районы, 1951 – 1961 йылдарҙа), Әнисә Латипова (Туймазы районы, район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1975 – 1982 йылдарҙа).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға