«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



22.11.2013 Өс һөйләм менән

БР Президенты Рөстәм Хәмитов Йәмәғәт палатаһының яңы ағзаларын раҫлау хаҡындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Улар – яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, БР һәм РФ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлфиә Иҙелбаева һәм күреү буйынса инвалидтарҙың “Нур” спорт-реабилитациялау төбәк йәмә­ғәт фонды директоры урынбаҫары Кирилл Волков. Ҡарар ҡул ҡуйған көндән үҙ көсөнә инде.

2014 йылда Башҡортостандың һөтсөлөк фермаларын комплекслы яңыртыу буйынса республика маҡсатлы программаһында 70-ләп ауыл хужалығы предприятиеһы ҡатнашасаҡ. Ике йылда «500 ферма» программаһын тормошҡа ашырыуҙа 133 һөтсөлөк фермаһы һәм тоҡомсолоҡ буйынса сервис хеҙмәте ойоштороу­сы бер предприятие ҡатнашты, әлегә 66 һөтсөлөк фермаһы яңыртылған, 25-е 2014 йылда яңыртыласаҡ. Фермаларҙы яңыртыуға программала ҡатнашыусылар 3 миллиард һумдан ашыу аҡса һалды, уның 2,3 миллиарды – үҙ средстволары, 0,74 миллиарды – банк кредиттары, дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 600 миллион һумдан ашыу.

2015 йылда Инорс – 4 биҫтәһендә уҡытыу-тәрбиә комплексы төҙөләсәк, тип хәбәр итә ҡала хакимиәте. Былтыр авария хәлендәге 51-се мәктәп ябылғас, уның базаһында күп функциялы уҡыу комплексы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Заманса 1990 урынлыҡ учреждениела 345 урынлыҡ балалар баҡсаһы, башланғыс мәктәп, аҙыҡ-түлек блогы, урта белем биреү мәктәбе, 60 урынлыҡ тамашалар залы һәм физкультура-һауыҡтырыу комплексы буласаҡ.

Өфөлә хореография училищелары (колледждары) һәм мәктәптәренең Р. Нуриевтың юбилейына арнал­ған I Бөтә Рәсәй фестивале ойоштороласаҡ. Унда балет артистарын әҙерләгән уҡыу йорттарының иң алдынғы бейеүселәре генә ҡатнашасаҡ. Сара 2 декабрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында гала-концерт менән тамамланасаҡ.

Сибайҙан бер төркөм уҡыусы Мәскәүҙә булып ҡайтты, унда «Олимп» халыҡ-ара олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ҡатнашты, ҡала буйлап экскурсияла йөрөнө һәм РФ Дәүләт Думаһында булды. Делегация парламенттың бөтә фракцияларын күрҙе һәм депутаттарҙың эш шарттары менән танышты, ЛДПР лидеры Владимир Жириновский менән осрашты. Сәйәсмән балаларҙан тыуған ҡалалары тураһында һорашты, уҡыуҙағы уңыштары өсөн маҡтаны, аҡсалата премия һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы, файҙалы кәңәштәр бирҙе.
Л. ҺИҘИӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға