«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ярты хаҡҡа билет алып ҡалығыҙ



25.10.2013 Ярты хаҡҡа билет алып ҡалығыҙ

Пассажирҙар 2013 йылдың 1 декабренән 20-һенә тиклем «Алдан планлаштырығыҙ» махсус тарифы буйынса йөрөгән «Федераль пассажирҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте поездарының купе вагондарына 50 процентҡа тиклем ташлама менән билет һатып ала аласаҡ, тип хәбәр итә Куйбышев тимер юлының Корпоратив коммуникациялар хеҙмәте.
Акция буйынса билеттар 18 октябрҙән 20 ноябргә тиклем һатыласаҡ.
«Алдан планлаштыр» тарифы илебеҙ биләмәһендә йөрөгән бөтә поездарға ла ҡағыласаҡ. Ул тик «Динамикалы хаҡтар» программаһына ингән поездарға ғына ҡағылмай. Билеттарҙы ташлама менән алырға мөмкин булған поездар исемлеге Куйбышев тимер юлының сайтында баҫылған.
Акция Бөтә Рәсәй Пассажирҙар көнөнә тура килтереп үткәрелә, уны Федераль пассажирҙар компанияһы 3 декабрҙә билдәләй.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға