«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



18.10.2013 Өс һөйләм менән

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Кружева” халыҡ бейеүҙәре ансамбле Көньяҡ Кореяның Чеонан ҡалаһында үткән халыҡ-ара конкурс­та 22 илдең иң яҡшы ансамблдәре араһынан тәүге унау иҫәбенә сығып, махсус призға лайыҡ булды. Ғөмүмән, йыл һәүәҫкәр артистар өсөн уңыштарға бай булды: Төркиәлә профессиональ ансамблдәр араһында үткән конкурста улар 8-се урын алғайны. Алда иһә уларҙы яңы сығыштар көтә: ансамбль XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарында һәм XI Ҡышҡы Паралимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн конкурста еңгән.

Мәскәүҙә кино һөйөүселәр Башҡортостандың йәш режиссерҙары Айнур Асҡаров һәм Гүзәл Солтанова менән осрашты. Айнур Асҡаров күп кенә халыҡ-ара конкурс­тарҙа еңеү яулаған “Еңмеш” фильмы һәм күптән түгел генә сыҡҡан “Әсе бал” документаль фильмы менән таныштырҙы. Гүзәл Солтанова “Ҡар бөртөгө” тигән ҡыҫҡа метражлы фильмын күрһәтте.

Көйөргәҙе районының Абдул ауылында мәсет асылды. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, элек ауыл советы урынлашҡан бинаны иман йорто итеп үҙгәртеү эштәре 1 сентябрҙә генә башлана. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, төҙөүселәр уны иң ҙур мосолман байрамына – Ҡорбан ғәйетенә өлгөртә.

Башҡортостан полицияһы республика биләмәһендә һатыуға наркотик тәҡдим итеүсе 60-тан ашыу наркосайтты япты. Йыл башынан наркополицейскийҙар 230 кг наркотик тартып алған. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендә бөтәһе 1569 енәйәт асыҡланған.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында ялған диплом һатыусы тотолған. 25 йәшлек Ишембай кешеһе ялған дипломдар менән шөғөлләнмәгән, ә иғлан биреп, кешеләрҙең аҡсаһын алып, үҙҙәрен буш ҡул менән ҡалдырырға теләүсе аферист булып сыға. Булмаған дипломдарҙы 250 мең һумға тәҡдим итеүсегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

17 – 19 октябрҙә баш ҡаланың Ҡала мәҙәниәт һарайында “Күсем­һеҙ милек. Көҙ – 2013” күргәҙмәһе үтә. Ун йыл инде был сара алдынғы төҙөүселәрҙе, риэлторҙарҙы, инвесторҙарҙы һәм банк вәкилдәрен берләштерә. Күргәҙмәнең төп үҙенсәлеге – “Госстрой” компанияһы төҙөгән комплекстарҙа ошо көндәрҙә генә ташлама менән фатир һатып алыу мөмкин буласаҡ.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға