«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йөҙ араһына ин



18.10.2013 Йөҙ араһына ин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙ Указы менән 2013 – 2014 йылдарҙа дөйөм белем биреү ойошмаларының һәм махсуслаштырылған мәктәптәр­ҙең уҡыуҙа, ижади эшмәкәрлектә һәм спортта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән айырыуса һәләтле уҡыусыларына ай һайын Башҡортостан Президенты стипендияһын тәғәйенләргә ҡарар итте.
Иң яҡшылар исемлегендә – Баш­ҡортостандың төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан йөҙ уҡыусы. Улар хаҡында БР хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми интернет-порталында белергә мөмкин.
Указға ярашлы, стипендия түләүҙе республиканың Мәғариф министрлығы ойоштора.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға