«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



04.10.2013 Өс һөйләм менән

Учалы уҡыусылары командаһы Бөтә Рәсәй «Президент ярыштары»нда юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Командалар ярышында учалылар 72 команда араһынан 7-се урын­ға сыҡты, ә Эвелина Ғөбәйҙуллина шәхси беренселектә өсөнсө урын яуланы. Өҫтәл теннисы буйынса ҡыҙҙар араһында Алина Ишмөхәмәтова бишенсе урынға лайыҡ булды.

n Ашхабадта «Китап – хеҙмәттәшлек һәм үҫеш юлы» тип аталған VIII халыҡ-ара китаптар күргәҙмә-йәрминкәһе тамамланды. Кон­курста Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте «Күмәс өй» китабы менән «Балалар китабы» номинацияһында еңде. «Күмәс өй» китабына башҡорт, рус һәм немец телдәрендә киң билдәле ағалы-ҡустылы Гриммдарҙың «Тат­лы бутҡа», «Хензель һәм Гретель», «Король Дроздобород» тип аталған өс әкиәте ингән.

Башҡорт балы Киевта үткән умартасылыҡ буйынса «Апимон­дия – 2013» 43-сө халыҡ-ара конгресында иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Умартасылыҡ продукцияһы етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр эшмәкәрлеген яраштырыу төбәк-ара ассоциацияһы ағзалары башҡорт балын балдың сифаты буйынса профессиональ конкурс­тар­ҙың дүрт категорияһында тәҡдим итте. Конкурс йомғаҡтары буйынса, башҡорт командаһы наградаларҙың тулы комплектын – алтын, көмөш һәм бронза миҙал яуланы.

Иртәгә, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арнап, Рәсәйҙең урман байлыҡтарын арттырыу һәм «йәшел ҡалҡан»ды тергеҙеүгә иғтибарҙы йүнәлтеү маҡсатында «Йәшә, урман!» ак­цияһы башлана. Сарала ҡатнашыр­ға теләүселәр яҡындағы урман хужалығына мөрәжәғәт итеп, ағас ултыртыу ваҡытын, урынын белә ала. Һәр ҡатнашыусыға үҫентеләр, эш ҡоралдары биреләсәк.

X Бөтә Рәсәй йәш ғаиләләр клубы фестивалендә Күмертауҙың «Самоцветы» йәштәр-үҫмерҙәр үҙәге делегацияһы ҡатнашып, мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең «Вера. Надежда. Любовь» клубы «Йәш йөрәктәр» номинацияһында призлы урын яулаған. Сарала Рәсәйҙең 32 төбәгенән йәш ғаиләләр ҡатнашҡан. Фестивалдә, конкурстарҙан тыш, йәштәр өсөн «түңәрәк өҫтәл»дәр, мастер-кластар ҙа ойошторол­ған.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға