«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Яңы”лар тәүге ултырыш үткәрҙе



04.10.2013 “Яңы”лар тәүге ултырыш үткәрҙе

Кисә Өфөлә бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының беренсе ултырышы уҙҙы.
Көн тәртибенә 10 мәсьәлә сығарыл­ғайны. Ултырыштың пленар өлөшөндә БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Рәсәйҙең Федерация Сове­тынан, Дәүләт Думаһынан, башҡа яуаплы органдар вәкилдәре лә килгәйне.
Яңы эш башлап торған парламен­тарий­ҙарҙы, йола буйынса, иң өлкән депутат тәбрикләне. Рифғәт Гарданов, Башҡортостанда закондар сығарыу йәһәтенән ҙур тәжрибә тупланыуын белдереп, бишенсе саҡырылышҡа һайлан­ған һәр депутатҡа емешле эшмәкәрлек теләне.
Депутаттар Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесен һайланы. Бығаса ла спикер булып эшләгән Константин Толкачев кандидатураһына 110 депутаттың 97-һе ыңғай тауыш бирҙе.
Константин Толкачев парламент эшендә ҙур тәжрибәгә эйә – һуңғы 14 йылда уның республика парламентаризмына индергән өлөшө шаҡтай тос.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, депутаттар алдында сығыш яһап, парламентарийҙарҙы халыҡ күрһәткән өмөттө аҡларға саҡырҙы. Республика башлығы һуңғы йылдарҙағы Ҡоролтай эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе һәм алдағы йылдарҙа ла бөтөн тармаҡта яңырыу буйынса көсөргәнешле эш көтөүен билдәләне.
– Элекке ҡаҙаныштар менән генә йәшәргә ярамай. Беҙ әле иҡтисади хәлдең насарайыуын танырға тейешбеҙ һәм, әлбиттә, был юҫыҡта инвестициялар йәлеп итеү мөһим, – тине Президент үҙ сығышында.
Көҙгө сессияла 50-ләп республика закон проекты ҡараласаҡ. Бынан тыш, төбәктең бюджет сәйәсәтенә ҡағылышлы бер нисә мәсьәлә лә бар.
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай яңырҙы. Алда республика ҡануниәтен үҫтереү һәм камиллаштырыу, халыҡ ихтыяжына эшләү буйынса ҙур бурыс тора.
Тәүге ултырыш йомғаҡтары тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һандарында ла уҡырһығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға