«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



27.09.2013 Өс һөйләм менән

БР мәғариф министрының беренсе урынбаҫары итеп Руслан Хәбибов тәғәйенләнде. Ул балалыҡты һаҡлау, хоҡуҡи, кадрҙар һәм йыйылма-аналитик хеҙмәт, матди-техник яҡтан тәьмин итеү мәсьәләләрен яйға һаласаҡ. Р. Хәбибов быға тиклем Өфө ҡалаһы хакимиәтенең опека һәм попечителлек идаралығы начальнигы вазифаһын башҡара ине.

«500 ферма» республика программаһына ярашлы, ко­миссия өс тауар-һөт фермаһын ҡабул итте. Был проектта 2012 йылдан алып барлығы 125 ферма ҡатнашҡан, улар­ҙың 87-һендә төҙөлөш-ремонт эштәре бара, яңы мал аҙығы ҡоролмалары төҙөлә, тоҡомло мал, техника һәм ҡорамалдар һатып алына. Проектта ҡатнашыусыларға республика ҡаҙнаһынан 595 миллион һум аҡса бүленгән, республика һыйырҙар һаны буйынса – 1-се, һөт һауыу буйынса 2-се урынды биләй, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығынан.

Өфөлә мосолман һәм Сергеев зыяраттары төҙөкләндерелә. Был­тыр уларға тарихи-мемориаль статусы бирелгәйне, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Мосолман зыяратында эш башланған да инде – яңы асфальт, бордюр һалынған, 23 яҡтылыҡ бағанаһы ремонтланған, киләһе йылда күҙәтеү майҙансығын төҙөү ҙә ҡаралған.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында «Днепр тулҡындары хәтерләй» тип аталған кисә уҙҙы. Ул Украинаның Чернигов ҡалаһын азат итеүгә һәм Днепр йылғаһы аша сығыу өсөн барған ҡаты алыштарға 70 йыл тулыуға арналғайны. Башҡорт атлылары дивизияһына тап ошо аяуһыҙ һуғыштарҙан һуң маҡтаулы «Чернигов» исеме бирелә, ә дивизияның 54 батыры Советтар Союзы Геройы тигән оло исемгә лайыҡ була.

Өфө ҡалаһында йәшәүсе ете йыл буйына үлгән атаһының пенсияһын алған. Республика прокуратураһы хәбәр итеүенсә, 86 йәшлек ир 2006 йылда вафат булған, ләкин улы был хаҡта Пенсия фонды бүлексәһенә хәбәр итмәгән. Һөҙөмтәлә ул ҡаҙнаға 690 мең һумдан ашыу зыян килтергән.

Л. ҺИҘИӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға