«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Монголдар ҙа башҡорт балын ярата



27.09.2013 Монголдар ҙа башҡорт балын ярата

Башҡортостанға республика умартасылары менән тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Монголияның рәсми делегацияһы килде.
Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенән белдереүҙәренсә, делегация составында – 10 кеше. Улар араһында “World Vision” халыҡ-ара ойошмаһы, Монголияның Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы министрлығы, умартасылар ассоциацияһы, “Шаамарын Тохой” умартасылыҡ кооперативы вәкилдәре бар.
Әйткәндәй, Башҡортостандың үрҙәге ғилми үҙәгенең “Шаамарын Тохой” кооперативы менән хеҙмәттәшлеге бынан биш йыл элек, 2008 йылда Монголияға башҡорт тоҡомло бал ҡорттары күстәрен оҙатыуҙан башланғайны.
Башҡорт бал ҡорто бер йылда уҡ Монголия далаһында ла үҙен егәрле эшсән итеп күрһәткән һәм 2009 йылда был дәүләткә Башҡортостандан бал ҡорттары күстәрен һәм умартасылыҡ инвентарҙарын оҙатыуға биш йылға иҫәпләнгән контракт төҙөлгән. Монгол белгестәренә умартасылыҡ өлкәһендә ғилми-методик ярҙам күрһәтеү ҙә ҡа­рал­ған. Һуңғы биш йылда был эш уңышлы дауам итә.
2014 йылға Монголияла умартасылыҡты үҫтереү буйынса дәүләт программаһын төҙөү ҡаралған. Башҡортостанда иһә был йүнәлештә ҙур тәжрибә туплан­ған. Шуға ла “күршеләр” беҙгә ҙур теләк менән килде. Хәҙер ике яҡ та Монголияға башҡорт тоҡомло бал ҡорттары күстәре, умартасылыҡ ҡорамалдары, ветеринария препараттары оҙатыу, фәнни белем биреү өлкәһендә ярҙам күрһәтеү йүнәлешендә оҙайлы ваҡытҡа яңы контракт төҙөргә ниәтләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға