«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » 350 йәшлек Бөрө “тәмле ҡала” булырмы?



20.09.2013 350 йәшлек Бөрө “тәмле ҡала” булырмы?

Ошо көндәрҙә Бөрө ҡалаһының 350 йыллығы билдәләнде. Тантаналарҙа Башҡортостан Президенты ла ҡатнашты.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ҡаланы үҫтереү өсөн бында яңы сәнәғәт объекттары төҙөргә, эш урындары булдырырға кәрәк. Ҡалаға тейешле ярҙам күрһәтеләсәк.
Ҡаланың төрлө брендтарын әҙерләү тураһында ла һүҙ булды. Уларҙың береһе – “Бөрө – тәмле ҡала”. Был хаҡта Рөстәм Хәмитовҡа “Медиа-штурм” проектында ҡатнашыусылар һөйләне. Президент идеяны хупланы. “Бөрө – тәмле ҡала” бренды концепцияһының төп йүнәлеше ҡалала урынлашҡан байтаҡ туҡланыу сәнәғәте предприятиеһына бәйле. Бөрө алма, билмән, төрлө ярымфабрикаттар кеүек ризыҡтары менән дан тота. Әммә “тәмле” исемен аҡлар өсөн кафе, ресторандар төҙөргә, туризмды киң йәйелдерергә кәрәк.
Һуңғы ике йылда Бөрөнө үҫтереү йәһәтенән ярайһы уҡ аҙымдар яһалған. Яңы бассейн төҙөлгән, спорт ҡоролмалары эшләй, тиҙҙән заманса кинотеатр асыласаҡ.
Рөстәм Хәмитов ҡалала дүртенсе республика белем биреү учреждениелары уҡыусыларының фәнни-ғәмәли конференцияһы һәм биҙәү-ғәмәли сәнғәт конкурсы барышын күҙәтте. Форум эше баҡсасылыҡ, сәскәселек, ландшафт дизайны секциялары буйынса ойошторолдо. Йәш экскурсоводтар республика етәксеһен “Берендей” дендропаркы менән таныштырҙы. Бында 120 төр алмағас үҫтерелә. Башҡортостан Президентына ла алмағас ултыртырға насип булды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға