«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Президент – Күмертауҙа



23.08.2013 Президент – Күмертауҙа

Рөстәм Хәмитов Күмертау авиация производство предприятиеһында булды. Бында вертолеттар өсөн изделиелар етештереү цехы яңыртыла, Европа стандарттары буйынса йыһазландырыла. Унда 50 кеше эшләйәсәк. Предприятие заказдар ҡабул итә башлаған да инде. Етештереү ҡеүәте йылына яҡынса 60 комплект тәшкил итәсәк.
Рөстәм Хәмитовҡа Япониянан килтерелгән ҡорамалды ла күрһәттеләр. Заманса эшкәртеүсе үҙәк быйыл һатып алынған. Бындай машина Рәсәйҙә юҡ кимәлендә.
Республика етәксеһе әҙер продукция менән танышты, предприятиеның махсус майҙансығында яңы вертолеттарҙың нисек эшләүен ҡараны. Төбәк башлығы вертолеттың техник мөмкинлектәрен баһаланы. Бындай вертолеттар оҙаҡламай Ҡытайға ебәреләсәк, унда янғын һүндереү өсөн ҡулланыласаҡ.
Предприятие 2013 йылда продукция поставкалау буйынса килешеүҙәр төҙөгән. Әүҙем эш алып барылыуға ҡарамаҫтан, ошо йылдың 1 июленә ҡарата, Күмертау авиация производство предприятиеһының ҙур бурыстары теркәлгән.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, предприятиеға яңы динамика кәрәк. Бөгөн производствола башҡарылған эштәр генә етмәй.
Президент аҙыҡ-түлек комбинатында, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктә, Көйөргәҙе районының Шабағыш дөйөм белем биреү мәктәбендә урынлашҡан А.Пушкин исемендәге музейҙа ла булды, ҡалала төҙөлә башлаған физкультура-һауыҡтырыу комплексын ҡараны, ҡайһы бер иҫкәрмәләр яһаны, яңы төҙөлгән йорттар алдындағы балалар майҙансыҡтарын яңынан эшләргә ҡушты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға