«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



16.08.2013 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2015 йылда буласаҡ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре башлыҡтары саммитына ҡарата төҙөлгән объекттарҙа булып, эш барышы менән танышты. “Каруанһарай” һәм ”Конгресс-холл” янында ҡунаҡханалар төҙөлә, ”Конгресс-холл” менән ”Нефтсе” мәҙәниәт һарайына реконструкция яһала. Бөтә урында ла эштәр графиктан алдараҡ бара.

Президент Рөстәм Хәмитов башланғысы менән республика уҡыусыларын бал менән тәьмин итеү программаһы эшләнәсәк. Тәүҙә башланғыс кластарҙан башлау тәҡдим ителә. Бүленгән балдың күләме 20 грамм булыуы ихтимал.

БР Йәмәғәт палатаһына граждандарҙы дөйөм ятаҡтарҙан күсереү программаһын әҙерләргә ҡушылды. Дөйөм ятаҡтарҙа йәшәгән граждандар өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырырға мөмкинлек биргән ниндәйҙер программа кәрәк. Был – Башҡортостан Президенты тәҡдиме.

Өфөлә Эшҡыуарлыҡ йорто асыласаҡ. Әлегәсә республика эшҡыуарҙарына бергә йыйылып “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар, эшлекле осрашыуҙар үткәрерлек айырым бина юҡ, уны башҡа ойошмаларҙан һорап торорға тура килә. Киләсәктә ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн тәҡдимдәр әҙерләнә.

Республикала «Баланы спортҡа йәлеп ит» проекты эшләй башлай. Ул “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Йәш Гвардияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы һәм Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” төбәк йәмәғәт фонды ярҙамында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы башланғысы менән бойомға ашырыла. Төп маҡсаттары – спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, спорт төрөн һайлағанда балаға ғәмәли ярҙам күрһәтеү.

Башҡортостандың халыҡ ша­ғиры Мостай Кәримгә һәйкәлде монтажлау эштәре сентябрь урталарында тамамланасаҡ. Проф­союз­дар йорто алдындағы майҙанда сквер ҡалҡып сығасаҡ. Һәйкәл композицияһының дөйөм бейеклеге – алты, оҙонлоғо 15 метр.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға