«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ менән күҙгә күҙ ҡарашып



16.08.2013 Халыҡ менән күҙгә күҙ ҡарашып

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында байтаҡ төҙөлөш объектын, предприятиены ҡараны.
Рөстәм Зәки улы “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаһын реконструкциялау барышы менән танышты. Ҡунаҡхана хужалары, Стәрлетамаҡ эргәһендәге Шахтауҙа тау саңғыһы курорты асылыу сәбәпле, туристарҙың күпләп киләсәгенә өмөт итә. Комплекс алдағы ҡышта эшләй башлаясаҡ, яңыртылған ҡунаҡхана ла 2014 йылда асылыр тип көтөлә.
Һуңғы арала экология мәсьәләләренә һәр яҡлап иғтибар көсәйә бара, ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу, эшкәртеү проблемалары ҡарала. Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтың “Вториндустрия” сүп-сарҙы сорттарға айырыу буйынса заманса комплексының эшен баһалап, уның республикала тәүге заманса комплекс булыуына баҫым яһап, ярҙам итәсәктәрен белдерҙе. Сентябрь урталарына тиклем республика Хөкүмәтендә ҡалдыҡтарҙы утилләштереү темаһына арналған махсус кәңәшмә үткәреү күҙаллана.
– Урындарҙа сифатлы продукция етештереүселәргә ярҙам итергә кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, “Антарес” мебель фабрикаһының етештереү майҙансыҡтарын ҡарап.
Предприятиеның продукцияһы Башҡортостанда һәм Төмән, Нижневартовск, Когалым, Ырымбур, Санкт-Петербург, Яр Саллы ҡалаларында һатыла. Әлегә ул сеймалды Рәсәй төбәктәренән һатып ала. Киләсәктә кәрәкле материалды урындағы баҙарҙан һатып алыу мөмкинлеге ҡарала, “Кроношпан” ағас эшкәртеү заводына иҫәп тотола.
Рөстәм Хәмитов төҙөлөш барған “Өс капитан” балалар баҡсаһы бинаһын ҡарап, сифат яғынан иҫкәртеү яһаны.
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡта алдағы йылдарҙа балалар баҡсаларына сират мәсьәләһе хәл ителергә тейеш. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, быйыл бер балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыла, йәнә дүртәүһе яңыртыла. Һөҙөмтәлә ҡаланың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 800 – 900 яңы урын булдырыласаҡ.
Йыл һайын республика кимәлендә был маҡсатҡа 3 – 4 миллиард һум аҡса йүнәлтелә.
Стәрлетамаҡтың 1-се клиник дауаханаһында урынлашҡан 3-сө төбәк ҡан тамырҙары үҙәгендә булғанында Президентҡа йәш кадрҙар етешмәүе хаҡында әйттеләр. Йәштәр килмәүе сәбәптәрҙең береһе – торлаҡ мәсьәләһе. Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығына был мәсьәләне ентекле тикшерергә ҡушты.
Президент ҡалала халыҡ менән дә осрашып, сәфәренә йомғаҡ яһаны.
Стәрлетамаҡта сәнәғәт производствоһы күләме тәүге ярты йыллыҡта 4 – 5 процентҡа кәмегән, был ҡаланың башҡа социаль-иҡтисади күрһәткестәренә лә йоғонто яһаған.
– Беҙ сеймал оҙатыусы булып ҡалырға тейеш түгел. Шуға күрә бында әҙер продукция етештергән производстволарҙы йәлеп итергә тырышабыҙ, – тине республика етәксеһе.

Әйткәндәй

Стәрлетамаҡта финанс хеҙмәттәре өлкәһендә үтә уңайлы хеҙмәттәр тәҡдим итеүсе ойошма барлыҡҡа килгән. Был халыҡта шик тыуҙыра, шуға ла хоҡуҡ һаҡлау органдары “ДревПром” фирмаһы эшмәкәрлегендә финанс пирамидаһы һәм ялған билдәләренең булыу-булмауын тикшерергә тейеш. Әгәр ҙә улар бар икән, кешеләргә был хаҡта тиҙ арала хәбәр итергә һәм саралар күрергә кәрәк. Республика етәксеһе халыҡты һаҡ булырға саҡырҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға