«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Пенсионерҙар иғтибарына!



02.08.2013 Пенсионерҙар иғтибарына!

Ураҙа байрамын билдәләү сәбәпле (8 август), был айҙа республикала пенсия таратыу графигы үҙгәрә. Өфө, Ағиҙел, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат ҡалаларында һәм Ейәнсура, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Өфө райондарында пенсия айҙың 6-сы һәм 8-се көндәрендә алыусыларға – 6 августа, 7-се һәм 10-сы көндәрҙә – 7 августа, 9-сы һәм 11-се көндәрҙә алыусыларға 9 августа таратыласаҡ. Ә башҡа ҡала-райондарҙа 7 августа 7-се һәм 8-се көндәрҙә аҡса алыусылар хеҙмәтләндереләсәк. Республикала пенсия таратыу 1 августан башлана.
РФ Пенсия фондының БР буйынса идаралығы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға