«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡасан ҡар яуыр?



02.11.2010 Ҡасан ҡар яуыр?

Ҡасан ҡар яуыр?Ноябрь байрамында йонсоу көн торошо күҙәтеләсәк. Был турала «Башгидромет» үҙәгенең баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, 4 ноябрҙән 7-һенә тиклем республикала ямғыр һәм ҡар яуыуы көтөлә.
– Һауа температураһы сағыштырмаса тигеҙ буласаҡ, – тине ул. – Төндә минус бер градустан дүрт градусҡа тиклем һалҡынайтасаҡ. Көндөҙ – нулдән плюс биш градусҡа тиклем.
Анна Козаева шулай уҡ Башҡортостанда айҙың уртаһына тиклем ҡар ятмаясаҡ, тип хәбәр итте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға