«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡораллы Көстәрҙә диссертация яҙырға ла мөмкин



12.07.2013 Ҡораллы Көстәрҙә диссертация яҙырға ла мөмкин

Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә яңы часть – фәнни рота булдырыла. Юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәрҙең хәрби хеҙмәттә лә ғилми эш менән шөғөлләнеү мөмкинлеге буласаҡ.
РФ оборона министры Сергей Шойгу ҡул ҡуйған бойороҡ яңы ғына донъя күрһә лә, ротаға утыҙ биш кеше һайлап алынған да инде. Улар араһында Өфө авиация техник университетын тамамлаған белгес тә бар. Воронежда урынлашҡан Хәрби-һауа академияһында хеҙмәт итеүселәр программалаштырыу менән шөғөлләнәсәк. Утыҙ биш һалдаттың һәр береһенә айырым етәксе беркетеләcәк.
З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға