«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бәләкәй эшҡыуарҙарға тағы ла бер форсат



02.11.2010 Бәләкәй эшҡыуарҙарға тағы ла бер форсат

Австрияның танылған ROHRER һәм GfE-MIR GmbH фирмалары Башҡортостанда нефть шламдарын эшкәртеү өлкәһендә республиканың бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә үҙ-ара хеҙмәттәшлек тәҡдим итте.
Улар тәҡдим иткән технология Европала уңышлы файҙаланыла һәм үҙ эсенә нефть шламдарын зарарһыҙландырыу һәм утилләштереүҙең тулы циклын ала. ҡорамал күсмә булғанлыҡтан, ул проектлауҙы йәки ер участкаһы бүлеүҙе талап итмәй. Беҙҙең яҡтан был проект менән ҡыҙыҡһыныусылар табылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға