«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Кандидаттар күрһәтелә



12.07.2013 Кандидаттар күрһәтелә

Быйыл көҙ, йәғни 8 сентябрҙә үтәсәк БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайға, муниципаль советтарға депутаттар һайлау­ҙа ҡатнашырға әле 602 кандидат күрһәтелгән. Уларҙың 179-ы республика парламентына бишенсе саҡырылыш депутаты булырға дәғүә итә.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында ҡыҙыу эш мәле. Бында әле “Берҙәм Рәсәй”, ПАРНАС, ”Рәсәй ветерандары партияһы” сәйәси фирҡәләренең төбәк бүлексәләренән күрһәтелгән кандидаттар исемлегенең бер мандатлы округтар бу­йынса (“Берҙәм Рәсәй” – 55 округ, ПАРНАС – 6, ”Рәсәй ветерандары партияһы” – 21) күсермәләре раҫланды. Партия­ларҙан кандидаттар тәҡдим итеү буйынса йыйылыштар үтеүе хаҡында мәғлүмәттәр килә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа 16 партия ҡатнашырға теләк белдергән. Яңы фирҡә­ләр­ҙән ”Ирекле граждандар партияһы” (”Партия свободных граждан”), ”Йә­шелдәр” Рәсәй экология партияһы (Российская экологическая партия ”Зеленые”), ”Социаль ғә­ҙеллек партияһы” (”Пар­тия социальной справедливости”) үҙ кандидаттарын күрһәтәсәк.
Кандидаттар исемлеген ҡабул итеү 21 июлдә тамамлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға