«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » 56 әсә миҙал таҡты



31.05.2013 56 әсә миҙал таҡты

56 әсә миҙал таҡтыБашҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалын тапшырыу матур йолаға әүерелде. Был награда 1998 йылда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләр өсөн булдырылғайны. Әле миҙалды 5700 ҡатын йөрөтә.
Ошо аҙнала Республика йортонда сираттағы күп балалы әсәләр төркөмөн наградлау тантанаһы үтте. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ҡотланы.
Вице-премьер Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә бихисап социаль ярҙам сараһы күрһәтелеүе, шулай ҙа ғаилә институтын нығытыу өсөн күп эш башҡарырға кәрәклеге хаҡында һөйләне, әсәләргә мөрәжәғәт итеп, уларҙан йәштәр менән эшләүҙә ярҙам итеүҙәрен һораны.
– Балаларығыҙға матур тәрбиә биреп, уларға өлгө күрһәтәһегеҙ, – тине Лилиә Ғүмәрова. – Былтыр республикала 59 мең сабый тыуған. Башҡортостан Президенты һәр саҡ балалар һанының йылдан-йыл артасағына ышаныс белдерә. Улар уңайлы шарттар­ҙа йәшәһен өсөн яңы эш урындары булдырыла, балалар баҡсалары төҙөлә: бөгөн 3 – 7 йәштәге 14 мең 95 сабый сиратта тора. 2016 йылға был сират бөтөргә тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға