«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан Президенты – Краснокамала



28.05.2013 Башҡортостан Президенты – Краснокамала

Башҡортостан Президенты – КраснокамалаКраснокама районына сәфәрендә Рөстәм Хәмитов Николо-Березовка ауылында Кама йылғаһы буйында урынлашҡан “Ҡарағай урманы“ (“Сосновый бор”) шифахана-профилакторийына инеп сыҡты.
Бында дауалау корпусын реконструкциялағандан һуң шифахана июндән үк халыҡты ҡабул итергә әҙер. Төҙөлөш 200 миллион һумға төшкән. Бынан тыш, августа торлаҡ биналарына реконструкция үткәреү ҙә күҙаллана. Күп профилле һауыҡтырыу учреждениеһында йыл әйләнәһенә 100 кеше сәләмәтлеген нығыта ала.
Әйткәндәй, был сәфәрендә Президент Башҡортос­танда ошо ваҡытта уҙған славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәренә арналған «Никола Вешний» тип атал­ған республика фольклор байрамында ла ҡатнашты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға