«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан тураһында – Бразилия гәзитендә



28.05.2013 Башҡортостан тураһында – Бразилия гәзитендә

Рөстәм Хәмитов “О Globo” Бразилия гәзите журналисы Сандро Фернандесҡа интервью бирҙе.
Сит ил ҡунағы, башлыса, 2015 йылда үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре етәкселәре саммиттарына әҙерлек менән ҡыҙыҡһынды, үҙ иленең беҙҙең республика менән бәйләнештәре тураһында ла һүҙ алып барҙы.
Әле Башҡортостанда Бразилияның Marcopolo маркалы автобусы йыйыла. Күҙаллау буйынса, йылына өс мең самаһы автобус етештереләсәк. Бынан тыш, Бразилияның ике уйынсыһы беҙҙең футбол командаһында уйнай. Береһе – команда капитаны.
Сандро Фернандес оппозиция хаҡында ла һорашты. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, республикала оппозицияла тороусылар бик әҙ, күптәр яңы башланғыстарҙы, сараларҙы хуплай.
Әлбиттә, һүҙ туризмға ла ҡағылмай ҡалманы. Бразилия халҡы Рәсәйгә бик теләп килә. Был ил журналисы Башҡортостандың туризм мөмкинлектәре менән дә ҡыҙыҡһынды. Сандро Фернандес Өфөнө бик оҡшатыуын әйтте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға