«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



28.05.2013 Донъя яңылыҡтары

Бер олоно, бер кесене тыңла

Туғыҙ йәшлек Америка гражданы Ханна Робертсон “McDonald's” туҡланыу селтәре етәксеһе Дон Томпсонға, бәләкәс балаларҙы уйынсыҡтар менән әүрәтеп, зыянлы ризыҡҡа ылыҡтырыуына бәйле, дәғүә белдергән.
“Файҙаһы булмаған ризыҡты матурайтып, халыҡты алдауҙан туҡтағыҙ! Бындай аҙыҡ-түлек үҫеүсе организмға тик зыян килтерә”, – тигән ҡыҙ. Уның фекеренсә, ата-әсәләр балаларын дөрөҫ туҡланыу­ға өйрәтергә тейеш. Ә сәләмәт булғыһы килгән кеше бигмак, чизбургерҙар менән туҡланырға тейеш түгел. Ҡыҙ хатта әсәһе менән йәшелсә һәм емеш-еләктең фай­ҙаһы тураһында видеоролик та төшөргән.

Ҡоттары алынған

Чехия Премьер-министры Петр Нечас Рәсәйгә осоп барғанда, самолеттың алғы тәҙрәһе сатнаған.
Был хәл Белоруссия күгендә булған. Пилот тиҙлекте түбәнәйтә, экстрен рәүештә ергә төшөү ихтималлығы ла ҡарала. Әммә барыһы ла имен бөтә − чехтарҙың башлығы бер тотҡарлыҡһыҙ Мәскәүгә килеп етә.

АҠШ-та тағы ла атышалар

Ҡушма штаттарҙа урамда кешеләргә атыу ғәҙәти хәлгә әүерелеп бара, ахыры – был юлы бындай күренеш Техас штатында булған.
23 йәшлек егет автомобилендә ултырған килеш халыҡҡа пуля яуҙыра. Һөҙөмтәлә 42 йәшлек ҡатын һәләк була, биш кеше төрлө тән йәрәхәттәре ала. Полиция был енәйәтсене тик атып ҡына туҡтата алған. Алған яраһынан ул урында уҡ йән биргән. Полиция унда автоматик винтовка һәм йөҙҙән ашыу патрон тапҡан.

Кешелеккә киҫәтеү

2013 йылдың май айы тәбиғәт катаклизмдары менән иҫтә ҡалыр.
Планетаның теге йә был мөйөшөндә ер тетрәй, урмандар яна, ауыл-ҡалаларҙы һыу баҫа, дауылдар ҡоторона.
АҠШ-та йәнә бер ҡала ер йөҙөнән юйылды. Оклахома ҡалаһында ҡеүәтле торнадо үтте. Ул юлындағы бар нәмәне ҡыйратҡан. Ғәрәсә­т арҡаһында 26 кешенең ғүмере өҙөлгән, 1,15 меңдән ашыу бина емерелгән, килтерелгән матди зыяндың суммаһы ике миллиард доллар.
Тула өлкәһенең Ефремов ҡалаһында ла көслө дауыл уҙған. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар юҡ. Бөтәһе 160 бер ҡатлы һәм 60 күп ҡатлы йорт зыян күргән.

Македонияға – йәшел ут

2014 йылдың мартына тиклем Рәсәй халҡы Македонияға визаһыҙ инәсәк.
Рәсәйҙең сит ил эштәре министрлығынан әйтеүҙәренсә, был Европа иленә килеүҙең тәүге алты айында визаны, туристик ваучерҙы, саҡырыу ҡағыҙы йәки гарантия хатын күрһәтергә кәрәкмәй. “Бары сит ил паспорты һәм был илдә булыу өсөн аҡса кәрәк”, – тип хәбәр итә улар.
Шул уҡ ваҡытта Македонияла эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә, йә ялланып эшләргә теләүселәр урындағы властан рөхсәт алырға тейеш.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға