«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



24.05.2013 Өс һөйләм менән

31 майҙа көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем Өфө ҡалаһының Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге «Йәйге осорҙа йәштәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе эш менән тәьмин итеү» темаһы буйынса 8 (347) 279-06-56 телефоны аша «тура бәйләнеш» ойоштора. Бәлиғ булмағандарҙы йәйге осорға эшкә урынлаштырыу, быны хоҡуҡи көйләү мәсьәләләре һәм башҡа һорауҙарығыҙға үҙәк белгестәре яуап бирәсәк. Интернеттағы «Бәйлә­нештә» социаль селтәрендәге «ЦСЗМ» төркөмө аша ла һорау бирергә мөмкин.

Башҡортостанда ғинуар – апрель айҙарында барлыҡ финанслау сығанаҡтары иҫәбенә дөйөм майҙаны 458,4 мең квадрат метр тәшкил иткән 4864 фатир файҙаланыуға тапшырылған. был, 2012 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштыр­ғанда, 13,5 процентҡа күберәк. 249,2 мең квадрат метр торлаҡ – ауыл ерендә, 209,2 мең квадрат метры ҡалаларҙа төҙөлгән.

«Алтынай» башҡорт балалар театр студияһы мәктәп театрҙарының Мәскәүҙә үткән XV «Русская драма» халыҡ-ара фестивалендә уңышлы сығыш яһаны. Ижади коллектив унда балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡ­синаның китабы буйынса «Йомро-йомро йомғағым» әкиәтен тәҡдим итте. Бәйге йомғаҡтары буйынса «Алтынай» студияһы «Әкиәт» номинацияһында беренсе дәрәжә лауреат булды.

2 – 9 июндә Өфөлә халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионаты үтә. Ярыштарҙа иң көслө шашкасылар, атап әйткәндә, бөгөнгө көндә донъя чемпионы булған Александр Георгиев, күп тапҡыр донъя чемпиондары Александр Шварцман һәм Алексей Чижов ҡатнашасаҡ. Өфөгә 24 илдән 40-ҡа яҡын спортсы киләсәк.

Кисә Өфөлә, БР Мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡор­тостан өмөтө −2013» һәләтле балалар форумы уҙғарылды. Уның барышында Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары, Мәскәү дәүләт университеты олимпиадаһы, өлкән синыф уҡыусылары өсөн финас баҙары һәм эшҡыуарлыҡ буйынса олимпиадаларҙа һәм башҡа интеллектуаль ярыштар­ҙың аҙаҡҡы этаптарында еңеүселәр һәм призерҙар тәбрикләнде. Тан­таналы сараға шулай уҡ йәш интеллектуалдарҙың уҡытыусылары ла саҡырылғайны.

Башҡортостан вәкилдәре Новосибирскиҙа үткән Рәсәйҙең 12-се Дельфий йәштәр уйындарында миҙал һәм ике диплом яуланы. Юғары наградаға Өфө сәнғәт училищеһынан Айҙар Хәйруллин лайыҡ булды. Йәнә ике ҡатнашыусы – Салауат музыка колледжынан баянсы (аккордеонсы) Артур Адршин һәм Урта махсус музыка колледжынан скрипкасы Анастасия Мәмәшева дипломдар менән бүләкләнде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға