«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » 1850 етем бала торлаҡлы буласаҡ



24.05.2013 1850 етем бала торлаҡлы буласаҡ

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса 2013 – 2015 йылдарға тәғәйенләнгән республика маҡсатлы программаһын раҫланы.
Был программаны финанслау суммаһы бер миллиард 466 миллион һум тәшкил итә. Ошо иҫәптә федераль бюджеттың 266 миллион һумы ла бар. Әлеге документ 2015 йылдың аҙағына 1850 етем баланы торлаҡлы итергә мөмкинлек бирәсәк тип күҙаллана.
Етемдәрҙе торлаҡлы итеү мәсьә­ләһе быға тиклем дә көн үҙәгендә була торғайны. 2007 – 2012 йылдар арауығында дәүләт 1646 етемдең йәшәү шарттарын ыңғай яҡҡа хәл иткән. Былтыр ғына, мәҫәлән, 751 миллион һум аҡса бүленеп, 603 бала торлаҡ алған.
Шуныһы бар: торлаҡҡа мохтаж етемдәр һаны республикала йылына уртаса 240 кешегә арта.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға