«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сик бағанаһына ла сират етте



17.05.2013 Сик бағанаһына ла сират етте

Рәсәй менән Украина сигендә була был хәл. Украинаның Луганск өлкәһе сик һаҡсылары ике арала ниндәйҙер сәйер ҡыбырлау күрә. Иң тәүге уйҙары, шпиондар, булдымы икән? Рәсәй яғынан ике үҫмер була иғтибарҙы йәлеп итеүселәр. Һуң, балалар йөрөйҙөр инде, тиһегеҙҙер. Әммә былар “Иғтибар! Украинаның дәүләт сиге. Үтеү тыйыла” тигән билдәне һүтергә маташҡан. 16 йәшлек ватандаштарыбыҙ көпә-көндөҙ билдәне… төҫлө металл итеп тапшырмаҡсы булған. Аҡса табыу яйын табалар бит!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға