«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Капиталь ремонтҡа – 444 миллион һум



17.05.2013 Капиталь ремонтҡа – 444 миллион һум

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды идараһы Башҡортостандың күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү өсөн финанс ярҙамы күрһәтеүгә заявкаһын хупланы. Хәҙер фонд республикаға 196,21 миллион һум аҡса бүләсәк.
Башҡортостан бюджетынан, ҡушып финанслау тәртибендә, 248,15 миллион һум аҡса бүленә. 444,36 миллион һум Дүртөйлө, Туймазы, Күмертау, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында урынлашҡан күп фатирлы 51 йортҡа капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтеләсәк. 7887 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртып ҡыуанасаҡ.
Тағы ла һандарға теүәлерәк туҡталғанда, 2008 – 2012 йылдарҙа күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү һәм граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволарынан барлығы 10,74 миллиард һум аҡса бүленгән. Ҡушып финанслау тәртибендә төбәк 4,22 миллиард һум өҫтәгән. Был аҡса күп фатирлы 1172 йортҡа капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтелгән, авария хәлендәге 602 йортта йәшәгән 15931 кеше яңы фатир алған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға