«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Үәт, тотолдолар…



14.05.2013 Үәт, тотолдолар…

Байрамдар артта ҡалды. Ҡайһы берәүҙәр, ниһайәт, эшкә сыҡтыҡ, тиһә лә, аптырарлыҡ түгел. Әлбиттә, ауыл халҡына, ҡаланың баҡсасыларына байрамда ҡул ҡаушырырға ваҡыт булманы, ә бына күңел асырға теләүселәр кинәнде генә.
Башҡортостандың ЮХХДИ начальнигы Динар Ғилметдинов “автоһөҙөмтәләр” хаҡында һөйләне. Һуңғы байрамдағы дүрт көн эсендә, йәғни 9 майҙан 12-һенәсә республикала руль артында 753 иҫерек тотолған. Улай ғына ла түгел, юл-патруль инспектор­ҙары 15 меңдән ашыу водителгә теге йәки был юл ҡағиҙәһен боҙоу сәбәпле штраф сәпәгән. Аптырарлыҡ хәлме?
Йәнә һандарға туҡталғанда, 44 юл-транспорт һәләкәте теркәлгән, унда ете кеше үлгән, 75-е йәрәхәтләнгән. Былай барһа, байрамдарҙы оҙайлы билдәләү кәрәкме ул, юҡмы? Шундай һорау тыуа.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға