«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



10.05.2013 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Александра Акулининаны республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Александра Михайловна Акулинина Өфөлә тыуған, Башҡорт дәүләт университетын, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған, иҡтисад фәндәре кандидаты. 2013 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының бәлиғ булмағандар һәм йәштәр менән тәрбиәүи эш алып барыу секторы мөдире була.

Өфөлә 13 майҙа арҙаҡлы дин әһеле, мәғрифәтсе Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 180 йыл тулыуға ҡарата «Рәсәйҙең мосолман донъяһы: традициялар һәм яңылыҡтар» халыҡ-ара симпозиумы үтәсәк. Сарала төрлө төбәк ғалимдарының, дин әһелдәренең ҡатнашыуы көтөлә. Ҡунаҡтар Учалы райо­нының шәйех Зәйнулла ишан менән бәйле урындарына сәйәхәт тә ҡыласаҡ.

Саҡмағош ауылында «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә һәләк булғандарға һәйкәл асылды. Тантаналы сарала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов, район һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре етәкселеге, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. РФ Дәүләт Думаһы депутаты һәм район башлығы һәйкәл асыуҙа әүҙем ҡатнашҡан кешеләргә миҙалдар тапшырҙы .

13 майҙа М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында француз телле театрҙар фестивале асыла. Уны үткәреү башланғысы менән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре сыҡҡан. Сарала быйыл февралдә Силәбелә үткән француз телле театрҙар фестиваленең төбәк этабында еңеү яулаған спектаклдәр күрһәтеләсәк.

«Ныҡлы ғаилә» федераль проекты «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Китаптар – балаларға» төбәк проектын күтәреп алды. Мәскәүҙән республиканың балалар йорттарына, ауыл мәктәптәренә һәм китапханаларына меңдән ашыу китап ебәрелде. Проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып бер ай эсендә акцияны ойоштороусылар ярты миллионға яҡын китап йыйған.

З. ХӘСӘНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға