«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Юғалған самолет табылды



07.05.2013 Юғалған самолет табылды

Юғалған самолет табылдыИҫегеҙҙә булһа, былтыр 12 июндә Свердловск өлкәһенең Серов ҡалаһынан осоп киткән Ан − 2 самолеты юғалыуы тураһында мәғлүмәт күп баҫмала, радио-телевидениела яҡтыртылғайны. Фараздар буйынса, һауа хәрәкәте органдарынан рөхсәт алмайынса осҡан суднола пилот Хәтип Кашапов һәм 12 пассажир булырға тейеш. Шул иҫәптә Серов ҡалаһының ЮХХДИ начальнигы менән инспекторы ла бар.
Әле, күҙаллауҙар буйынса, тап ошо самолет ҡолаған урын билдәле булған – Серовтан 8 километр алыҫлыҡтағы һаҙлыҡта транспорт ҡалдыҡтары, 11 кешенең мәйете өлөштәре табылған. Былтыр оҙайлы ваҡыт эҙләү ҙә һөҙөмтәһен бирмәгән, ә фажиғә алыҫта ла булмаған. Самолеттың табылмауы сәбәптәрен бөгөн төрлөсә фаразлайҙар. Иң таралғаны – ул ҡолағас, тиҙ генә янып бөткән, ә һаҙлыҡлы урындар эҙләүселәргә мәшәҡәт тыуҙырған, шуға был тарафтарға килеп етә алмағандар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға