«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Юғары вольтлы линиялар юҡҡа сығасаҡ



07.05.2013 Юғары вольтлы линиялар юҡҡа сығасаҡ

Өфөнөң Комсомол, 8 Март һәм башҡа урамдарынан юғары вольтлы линиялар алынасаҡ.
ЛЭП-тарҙы алыу тураһында Өфө ҡалаһы мэры Ирек Ялалов хәбәр итте. Һауа линиялары төрлө тышҡы шарттарға, вандализмға бирешмәгән ныҡлы кабелдәр менән алмаштырыласаҡ. Бынан тыш, ЛЭП-тарҙан арыныу байтаҡ биләмәне бушатасаҡ. Сөнки юғары вольтлы линияларҙың санитар-һаҡлау зонаһы – 40 метр, ә кабелдеке ике яҡтан ни бары 1-шәр метр. Был проекттың хаҡы 165 миллион һумға төшә. Республика электр селтәрҙәре компанияһы уны үҙ иҫәбенә башҡарасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға