«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тиҙ йөрөшлө трамвай юлы төҙөү туҡтатылды



07.05.2013 Тиҙ йөрөшлө трамвай юлы төҙөү туҡтатылды

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә тиҙ йөрөшлө трамвай юлы төҙөүгә бәйле ҡарар ҡабул итергә вәғәҙә иткәйне. Эш шунда – төҙөлөш күҙалланып, байтаҡ ағас та ҡырҡылды, ә юл үтәсәк урынға яҡын йәшәүсе күпселек халыҡ быға ризаһыҙлығын белдерҙе. Рөстәм Хәмитов, буласаҡ юл урынын ҡарағандан, Блюхер, Чудинов урамдарында йәшәүселәр менән осраш­ҡандан һуң, төҙөлөштө туҡтатырға ҡарар итте.
− Төҙөлөш буйынса бәхәстәр тамамланды, бында властарҙың да хаталарын йәшермәй әйтергә кәрәк, − тине Президент. – Халыҡ фекере иҫәпкә алынмаған, шунлыҡтан конфликт килеп тыуған да инде. Әле беҙ Өфөлә транспорт мәсьәләһен халыҡ менән килешеп эшләп кенә, бөтәһенең дә мәнфәғәттәрен күҙ уңында тотоп хәл итеп буласағын аңланыҡ. Бар нәмәне күҙмә-күҙ осрашып һөйләшеү аша хәл итергә мөмкин. Әле алда Салауат ҡалаһында акрил кислотаһы етештереү буйынса предприятие төҙөлөшө тирәләй һөйләшәһе бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға