«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ветерандарға – ил башлығының ҡотлауы



07.05.2013 Ветерандарға – ил башлығының ҡотлауы

Рәсәй Президентының ил ветерандарын Бөйөк Еңеү көнө менән шәхсән хат ебәреп ҡотлауы матур йолаға әүерелде.
Быйыл Владимир Путин ҡултамғаһы ҡуйылған ҡотлау открыткаларын Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, тыл ветерандары 3 майҙан ала башланы. Барлығы 96 меңдән ашыу хат таратыласаҡ. Ҡағиҙә булараҡ, почтальондар уларҙы ветерандарҙың ҡулына тапшыра. Шулай ҙа, почта бүлексәләренән хәбәр итеүҙәренсә, ҡайһы бер ветерандарҙы таба алмай­ҙар икән. Был осраҡта хат почта бүлексәһендә бер ай буйы һаҡланасаҡ – хат ташыусылар ҡотлауҙарҙы шәхсән тапшырыу өсөн бөтә көсөн һала, ҡабат-ҡабат йорттарға, фатирҙарға килә, ветерандарҙың яңы адрестарын асыҡлай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға