«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе балаларға китаптар тарата



30.04.2013 “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе балаларға китаптар тарата

10 апрелдә башланған “Балаларға − китаптар” акцияһы сигендә Ауырғазы районының Талбазы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре китапҡа “байыны”.
Кисә балалар йорто китапханаһы ысын байрам урынына әүерелде. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡыуаныстарын йәшерергә лә уйламай, акция логотибы төшөрөлгән йәшниктәрҙе асты. Бында 350 сағыу һүрәтле китап һалынғайны. Әлбиттә, улар һуңғыһы түгел. Йәнә лә меңдән ашыу китап район мәктәптәре китапханаларына биреләсәк. районға барлығы 1600 китап килтерелде.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Альберт Мифтахов бүләктәрҙе тапшырып, проект маҡсаты менән таныштырҙы. Партия ағзалары халыҡтан китаптар йыйып, балалар йорттары, интернаттар, мәктәп, дауаханалар китапханалары фондын байытырға ниәтләй. Төбәктәрҙә 25 йыйыу-ҡабул итеү пункты булдырылған. Акцияға республиканың алты ҡалаһы ҡушылған. Кешеләр һәр ваҡыт ошондай сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Әйткәндәй, “Балаларға − китаптар” проектын БР Президенты Рөстәм Хәмитов та хупланы, үҙе лә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының апрель уртаһында үткән ”тура эфир”ында был акцияла мотлаҡ ҡатнашасағын белдерҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға