«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



26.04.2013 Өс һөйләм менән

«Башҡортостан – Болгария» йәмғиәте Республика балалар клиник дауаханаһы пациенттарына байрам ойошторҙо. Улар өсөнсө йыл рәттән дауахананың гематология бүлегендә дауаланыусылар менән осраша. Болгар мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре балаларға күңелле байрамдар үткәрә, бүләктәр алып килә, концерт номерҙары күрһәтә.

Республикабыҙҙан 20 уҡыу­сы «World Robot Olympiad − 2013» халыҡ-ара робот техникаһы ярыштарының Бөтә Рәсәй этабында ҡатнаша. Ярыштар 26 – 28 апрелдә Мәскәүҙә үтә. Унда илебеҙҙең 40-тан ашыу төбәгенән барлығы 300 команда, шул иҫәптән Башҡортостандан 11 команда саҡырылған.

Өфөлә Башҡортостандың экология өлкәһендәге эшҡыуарҙарының II съезы уҙа. Унда республика Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнаша. Форумда экология мәсьәләләрен хәл итеүҙә эшҡыуарҙарҙың роле, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология өлкәһендәге ҡануниәт торошо һәм уны үҫтереү мәсьәләләре, «йәшел» иҡтисадҡа инвестициялар йәлеп итеү буйынса иҡтисади курс һәм башҡа темалар тикшереләсәк.

Башҡортостан фермерҙарын агросәнәғәт комплексы ҡаҙаныштарының Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Ул быйыл 15 сентябрҙә үтәсәк. Уның маҡсаты – йәштәр араһында ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүҙе пропагандалау.

Бөгөн Өфөлә «Евро-Өфө-Азия» мода форумы асылды. Форум йәш таланттарҙы асыҡлау, улар өсөн артабан ижади һәм профессиональ йәһәттән үҫешеү өсөн мөмкинлектәр булдырыу, эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторола. Форум барышында парикмахерҙар, модельер-дизайнерҙар конкурс­тары ла үтә.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға